Эстәлеккә күсергә

Кесе Аракай мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Аракай мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе һәм Түбәнге Серге районы
Мираҫ статусы һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[d]
Оҙонлоҡ 100 метр
Майҙан 10 гектар

Кесе Аракай мәмерйәһеСвердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районына ҡараған мәмерйә.Свердловск өлкәһенең геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

" Кесе Аракай " тәбиғәт ҡомартҡыһы Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы Араҡай ауылынан 3,5 саҡрым алыҫлыҡта, Беләк (Беляк) йылғаһы алдында, уның тамағынан 200 метр өҫтәрәк ята.

Серге йылғаһының һул ярында, уның элекке үҙәне буйында торған ҡая нигеҙендә урынлашҡан. Хәҙер ул урында Серге күле (Старица).

Кесе Араҡай мәмерйәһе эзбизташлы тоҡомдарҙан тора.

Мәмерйәгә инеү урыны уба нигеҙендә урынлашҡан. Әкиәт порталын хәтерләтә: бында аяҡ аҫтарында йәйен күпереп ятҡан мүктәрҙән , ҡышын аҡ ҡарҙан келәм түшәлгән.

Мәмерйә күптән билдәле булған, әммә бары 1966 йылда ғына Свердловск спелеологтары тарафынан тикшерелгән һәм һүрәтләнгән.

Кесе Араҡай мәмерйәһенең GPS-координаторҙары : 56N 26.928 '; E 5915.531 '.

Мәмерйәнең 5,5 –кә 4 метр ҙурлыҡтағы өс мөйөш формаһындағы ауыҙы көнбайышҡа ҡарап тора. Инеү урыны тәпәш булғанға күрә, яҙын мәмерйә тулыһынса һыу аҫтында ҡала.

Йәйен мәмерйәлә ҡоро. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метр тирәһе һәм ул үҙенең конфигурацияһы буйынса ябай. Тура коридор тар түңәрәк юл менән тамамлана. Урта буйлы кешеләр мәмерйә эсендә тура баҫып йөрөй ала. Эсе көн яҡтыһы менән яҡтыртыла. Йәйен мәмерйәлә йылы, ә ҡышын ул туңа. Араҡай мәмерйәһе Болан шишмәһе (Оленьи ручьи) тәбиғәт паркында урынлашҡан.

Мәмерйәлә ярғанаттар ҡышлай. Шуға ҡышҡыһын ҡәтғи рәүештә фотоаппарат, яҡтыртҡыстар ҡулланырға, ҡысҡырып һөйләшергә ярамай. Ярғанаттар был ваҡытта йоҡола була. Был ваҡытта уятыу уларҙы һыуыҡтан һәм аслыҡтан үлемгә килтерә.

Кесе Араҡай мәмерйәһе ҙурлығы буйынса ҡалышһа ла, унда сталактиттарҙы, девон осорона ҡараған ташҡа әүерелгән ҡалдыҡтарҙы, кальцит һарҡындыларҙан биҙәктәр күрергә мөмкин.

Мәмерйәгә инеү урыны уба нигеҙендә урынлашҡан. Был ер әкиәт порталын хәтерләтә.

Мәмерйә тирәләй ҡыҙыҡлы тарихлы бик күп иҫ киткес үҫемлектәрҙе күрергә мөмкин. Шулай уҡ бында 200 - 400 йәшлек боронғо ҡарағайҙар һәм ҡарағастар үҫә!

Йәй көнө һирәк осрай торған реликт ҡаҙаяҡтар, эндемиктар, ҡырағай орхидеялар үҫә. Аяҡ аҫтарында йәйен күпереп ятҡан мүктәрҙән , ҡышын аҡ ҡарҙан келәм түшәлә. Ҡаялар ҡышҡыһын иҫ киткес ҡарлы, боҙло семәр менән биҙәлә. Мәмерйә эсендә боҙло сталактиттар һәм сталагмиттар барлыҡҡа килә.

1983 йылда Кесе Араҡай төбәк әһәмиәтендәге геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡылар исемлегенә индерелә. Мәмерйәне, шулай уҡ уның эргәһендәге уникаль ҡая флораһын һәм тәбиғәт комплекстарын тейешенсә һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында булдырыла. Дөйөм майҙаны 10 гектар.