Эстәлеккә күсергә

Кесе Арҡа (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Арҡа
Характеристики
Оҙонлоғо9 км
Киңлеге8 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге609 м
Урынлашыуы
54°29′56″ с. ш. 58°37′10″ в. д.HGЯO
Ил
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Кесе Арҡа
Ишембай районы
Красная точка
Кесе Арҡа

Кесе АрҡаБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Ишембай районы буйлап Өпәй һәм Һарғай йылғалары (Рәүҙәк йылғаһы ҡушылдыҡтары) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 609 м. 5 түбәһе айырылып тора.

Рельефы тигеҙ, уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Төньяҡ өлөшөндә 10 м тәрәнлектәге карст упҡыны бар. Көнсығыш битләүҙәре һөҙәк, көнбайышы — текә.

Вендтың әшә свитаһы алевролиттарынан һәм полимикт ҡомташтарынан тора. Ландшафы тау һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы йүкә‑имән‑саған ҡатыш киң япраҡлы ҡоро урмандарҙан тора.