Эстәлеккә күсергә

Кесе Колаба

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Колаба
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Карта

Кесе Колаба (ингл.  Woman ' s old Island) — Һинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан[1] 1838 йылда Колаба дамбаһы төҙөлә, ул Бомбейҙың бөтә утрауҙарын бер-береһе менән тоташтырған.

Бомбейҙың ете утрауы

Кесе Колаба утрауы шулай уҡ Әбей утрауы булараҡ билдәле, ул Һиндостанда Мумбаи ҡалаһын тәшкил иткән ете утрауҙың береһе һәм Иҫке Бомбейҙың тарихи өлөшө булып тора.

Колаба исеме португалдар килгәнгә тиклем утрауҙа йәшәгән ерле халыҡтың Kolabhat колис телендәге һүҙҙән килеп сыҡҡан[2]. Колаба тип аталған территория башта ике утрауҙан: Колаба һәм Кесе Колаба (йәки Әбей утрауы) утрауынан торған.

Колаба утрауы Бомбейҙың ете утрауының береһе булған, уның менән португалдар идара иткән. Португалия Кесе Колаба утрауына бер нисә тиҫтә йыл, уны 1762 йылда Урта Колабала Изге Причастие сиркәүенә португал милеген һаҡлап ҡалыу шарты менән инглиздргә тапшырғанға тиклем хужа була. 1838 йылда төҙөлгән Колаба дамбаһы һуңғы утрауҙы Бомбейҙың материк өлөшө һәм Колаба утрауы менән тоташтыра[3].

  1. Stephen Meredyth Edwardes. The Rise of Bombay: A Retrospect. — Cambridge University Press. — P. 292. — ISBN 978-1-108-14407-0.
  2. Google Groups. Дата обращения: 18 август 2017.(недоступная ссылка)
  3. Gillian Tindall. City of Gold: The Biography of Bombay. — Penguin Books India, 1992. — P. 27–. — ISBN 978-0-14-009500-5.