Эстәлеккә күсергә

Кесе Мишкин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Кесе Мишкин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Аҡсай

Ауыл биләмәһе

Мишкин

Координаталар

47°22′52″ с. ш. 40°04′17″ в. д.HGЯO

Халҡы

547[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86350

Почта индексы

346728

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 202 825 004

ОКТМО коды

60 602 425 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кесе Мишкин (Рәсәй)
Кесе Мишкин
Кесе Мишкин
Кесе Мишкин (Ростов өлкәһе)
Кесе Мишкин


Кесе Мишкин — Ростов өлкәһенең Аҡсай районындағы утар.

Мишкин ауыл биләмәһе составына инә.

Район үҙәге — Аксайҙан 25 км (юл буйлап) төньяҡ-көнсығышта, Новочеркасск ҡала округы сигендә урынлашҡан. Утар Аксай йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

  • Көнсығыш урамы,
  • Яр буйы урамы,
  • Подгорная урамы.

Утарҙың исеме — Мишкин, XVI быуаттың икенсе яртыһында ҡырым татарҙары менән көрәш алып барған, Ливония һәм Польша менән һуғышта ҡатнашҡан атаман Михаил Черкашенин исеменән алынған.

1818 йылда вафат булған һәм Новочеркасскта ерләнгән Платов Матвей Иванович, 1875 йылда утарға күсереп ерләнә. 1911 йылда атаман Платовтың һөлдәһе Новочеркасск кафедраль соборҙа ҡайтанан ерләнә.

Кесе Мишкин утарының пейзажы һәм һүрәттәре бөйөк урыҫ рәссамдары Крылов һәм Дубовскийҙың әҫәрҙәрендә осрай.

Утарҙа шулай уҡ 19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алалар: 1942 йылдың 24 июлендә билдәһеҙ ҡыҙылармеец, үҙен фиҙа ҡылып, немецтар аманатҡа алған урындағы кешеләр ғүмерен ҡотҡара.

Ҡасабала Төньяҡ-Кавказ тимер юлының (код 51352) туҡтау пункты (платформа) 1178 км урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Мишкин утары үткәндәр ҡомартҡыларына бай. Бында Бөйөк Дон ғәскәре Атаманы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, граф И. М. Платовтың нәҫелдән килгән имениеһы урынлашҡан. Усадьба дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[2].

Иғтибарға лайыҡ төҙөлөш булып Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе — атаман Платов кәшәнәһе ҡуйылған 1865 йылғы урыҫ провинциаль төҙөлөш сәнғәте ҡомартҡыһы тора. Ғибәҙәтхана 1855 йылдан алып 1865 йылға тиклем архитектор И. О. Вальпредо проекты буйынса Аҡсай йылғаһы буйында төҙөлә. Төҙөлөүсе ғибәҙәтхана, уйлауҙарынса ярмалы тупраҡ арҡаһында, ике тапҡыр емерелә, төҙөлөштө икенсе урынға күсереү идеяһы ла була. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөштө тамамлап, сиркәүҙе Пресвятая Богородица Раштыуаһы исеменә изгеләштерәләр.

1874 йылда Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе кәшәнәһендә атаман М. И. Платов ерләнә. Ваҡыт үтеү менән сиркәү емерелә, 1981 йылда Аҡсай район башҡарма комитеты уны реставрациялау тураһында ҡарар сығара, әммә ремонт өсөн аҡса бүлә алмай. 2008 йылда шулай ҙа сиркәү тергеҙелә. Реставрация үткәндән һуң тәүге ғибәҙәт 2009 йылдың 28 июнендә үтә[3].

Утарҙан 600 м көньяҡ-көнбайышта археология ҡомартҡыһы, «Кесе Мишкин-1» ҡурған ҡәбере урынлашҡан, яҡынса шундай уҡ алыҫлыҡта, тик төньяҡ-көнбайышта «Кесе Мишкин-1» икенсе ҡурған комплексы урынлашҡан. Ике археологик ҡомартҡы ла дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[4][5].