Кесе Ҡыялым
Кесе Ҡыялым | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 4,5 km |
Кесе Ҡыялым - рус. Малый Киалим -Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге йылға.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Ҡыялым Златоуст ҡалаһынан 15 километр алыҫлыҡтағы Оло Тағанайҙың иң бейек тауы Круглица (бейеклеге — 1178 метр) менән шул уҡ Оло Тағанайҙың иң төньяҡ һәм иң ҙур майҙанлы нөктәһе Йыраҡ Тағанай араһындағы ҙур булмаған йылға. Оҙонлоғо 4,5 км [1]. Тағанайҙағы "Өс туған" милли парк аша аға. Ныҡ һайығып, шишмә ҙурлыҡ ҡына булып ҡалһа ла яҙҙарын ныҡ таша, тип яҙылған "Переправа через Малый Киалим" тигән фотоальбомда [2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Ҡыялым хәҙер ныҡ һайығып, 4,5 км ғына ҡалһа ла, заманында тарихи документтарға инеп ҡалған. Быуат ярым йыл элек "Дело о спорном Киалимском месте" китап сыҡҡан булған. Унда 275 биттә ике Урал заводы - Златоуст һәм Ҡыштым тарихына һәм был ике заводтың хужалары араһындағы ике Ҡыялым - Оло һәм Кесе Ҡыялым - араһындағы ҙур булмаған ер өсөн күп йыллыҡ талаш-тартыштары тураһында 82 документ теркәлеп ҡалған. Был урында алтын күп булған [3]
Һыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыялым йылғалары ағып сыҡҡан Тағанай төбәгенең һыуҙарында гидрохимик аномалиялар бар. Кальций әҙ булыуы һыуҙарҙы әсе итә һәм һыу микроорганизмдарына артыҡ үрсергә бирмәй. рН уртаса 6,0 һәм 5,0-кә етә. Тимер санитар нормалар буйынса эсергә рөхсәт ителгән концентрациянан күпкә артыҡ. Иң "тимерле" һыуҙар - Оло һәм Кесе Ҡыялымда[1]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыялым һүҙенең теүәл генә аңлатмаһы юҡ, әммә башҡорт теленең диалектындағы "ҡаялы (ҡыялы)" һүҙе менән бик яҡын, тип яҙа Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә. Ике Ҡыялым да, ысынлап та, Уралтау һыртының текә ҡаялы тауҙары араһынан юл ярып аға һәм "ҡаялы" атамаһы уларға бик тап килә [4].[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Таганай, национальный парк
- ↑ Переправа через Малый Киалим
- ↑ Еще о золоте Таганая [1] 2007 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И.Киалим // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Киалим
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- Река Большой Киалим [2].
- Еще о золоте Таганая [3] 2007 йыл 27 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И.Киалим // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7