Эстәлеккә күсергә

Кечекьян йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ф. С. Кечекьян йорто
Ф. С. Кечекьян йорто
Төп фасадтың планы
Төп фасадтың планы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 4-се йорт
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Ф. С. Кечекьян йорто (Кечегьян) — Дондағы Ростов ҡалаһының Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан. XIХ быуаттың өсөнсө сирегендә Дондағы Нахичеван ҡалаһының үҙәк майҙанында төҙөлә (хәҙерге Дондағы Ростовтың Пролетар районы). Был йортто хәҙерге ваҡытта А. С. Пушкин исемендәге балалар китапханаһы биләй. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

Кечекьян ғаиләһе
Кечекьян йорто көмбәҙе(уң яҡта) һәм Сагиров йорто

Был йорт Дондағы Нахичеван ҡалаһының Бульвар майҙанында XIX быуаттың өсөнсө сирегендә төҙөлгән (баштағы адресы Бульвар майҙаны, 7-се йорт[2]). Уны төҙөүҙе архитектор Н. Н. Дурбах күҙәтеп барған. Документтарҙан билдәле булыуынса, 1886 йылдан алып йорт хужаһы мещан ҡатын Ольга Тарасовна Ходжаева булған. Ул 1894 йылда йортон 8 мең һум көмөш аҡсаға табип Федор (Аствацатур) Степанович Кечекьяндың ҡатыны Искуги Хачересовна Кечекьянға (ҡыҙ фамилияһы Аладжалова) һатҡан[3].

Кечекьяндар ғаиләһе был йортта бала-сағалары менән йәшәгән. Искуги Хачересовна Кечекьян Әрмән ҡатын-ҡыҙҙарының «Попечение» хәйриә йәмғиәтенең һәм «Нахичевань ҡалаһы Николаевский ярлыларға ярҙам хәйриә йәмғиәтенең» ағзаһы була. Уның ағаһы — рәссам М. Х. Аладжалов. Федор Степанович Кечекьян ҡала табибы була, Дондағы Нахичевань ҡала думаһы ағзаһы , Ҡала Думаһы Финанс комиссияһы ағзаһы, ҡала дауаханаһы комиссия ағзаһы,, «Нахичевань әрмән хәйриә йәмғиәтенең» ағзаһы, «Нахичевань һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте» бүлеге идаралығы ағзаһы, Екатерина ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының бағыусылыҡ советы ағзаһы, «Ҡатын-ҡыҙҙар коммерция курсы» бағыусылар ағзаһы, өсөнсө дәрәжә Изге Анна Ордены кавалеры була.

Совет власы барлыҡҡа килгәндән һуң йорт дөйөм халыҡ милкенә әйләнә. 1926 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1929 йыл) бинала А. С. Пушкин исемендәге балалар китапханаһы урынлашҡан.

Бер ҡатлы бейек цоколле йорттоң фасады Азатлыҡ майҙанына ҡарап тора. Көнсығышта бина Сагиров йортона яҡын ғына тора. Кечекьян йортоноң ихатаһында хужалыҡ ҡаралтылары: ҡар баҙы, ат һарайы һәм каретник — бар. Йорт фасады күркәм классик ордер композициялы. Иң ситтәге терәүҙәр пилястрлы порталдары менән күҙгә ташлана. Йорт үҙәгендәге дүрт тәҙрә уйымы йөҙлөктәр һәм сандриктар менән барокко стилендә биҙәлгән. Ҡунаҡ күтәрмәһе йорттоң һул яғында, хәҙерге көндәргә тиклем уның үҙенсәлекле ағас ишеге һаҡланған. XХ быуат башында ишек алдында шпилле көмбәҙ төҙөлгән (хәҙер юғалған; ҡара: уң яҡтағы фотола).

Ике ҡатлы йортта бүлмәләр, төп һәм ихатаға ҡараған фасад буйлап, ике рәт булып урынлашҡан. Үҙәк залдың өс тәҙрәһе төп фасадҡа сыға. Залянында эш кабинеты һәм торлаҡ бүлмә булған. Башҡа торлаҡ бүлмәләр һәм китапхананың тәҙрәләре ихата яғына ҡарай. Цоколь ҡатына ихаталағы айырым ишектән инелгән. Унда табип Ф. С. Кечекьян ауырыуҙарҙы ҡабул иткән. Ихата яғынан ҙур булмаған веранда йортҡа барып тоташа.

  1. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  2. Kechekian_house_plan_title.jpg Титульный лист плана особняка
  3. Выпись из крепостной книги Таганрогскаго Натариального Архива по г. Нахичевани н/Д за 1894 г.