Дурбах Николай Никитич
Дурбах Николай Никитич | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Ил | |||
Тыуған көнө | |||
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, | ||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны |
СССР, Төньяҡ-Кавказ крайы, Дондағы Ростов | ||
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |||
Белем алған |
Император художество академияһы | ||
Работал в городах | |||
Наградалары |
| ||
- | |||
Николай Никитич Дурбах (Никогос Мкртичевич Дурбахян[1], 1858—1924) — рус архитекторы; Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1858 йылда (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 1857 йылда) мещандар ғаиләһендә тыуған, уның атаһы сауҙа менән шөғөлләнгән. Бер мәғлүмәт буйынса Нахичевань ҡалаһында тыуған, икенсеһе буйынса — Елизаветинск станицаһында, унан ғаилә бер йыл үткәс Нахичевань ҡалаһына күскән.
Нахичевандә Николай дөйөм урта белем һәм башланғыс сәнғәт белеме ала. 1876 йылда ул Санкт-Петербургтағы Император художество академияһына уҡырға инә. Тәүҙә ҡала аҡсаһы иҫәбенә уҡый, ләкин тиҙҙән үҙенең хеҙмәте менән аҡса эшләп уҡыуын дауам итә. Аҡса етмәүҙән ул студенттан ирекле тыңлаусы булып күсә. 1886 йылдың февралендә академияны «төҙөлөш алып барыу хоҡуғы менән кластан тыш рәссам» дипломы менән тамамлай[1].
Уҡыуын тамамлағас өйөнә әйләнеп ҡайта. 1886 йылдан 1889 йылға тиклем Нахичевандә, Дондағы Ростовта, Аҙауҙа һәм Мариуполдә торлаҡ йорттар һәм биналар төҙөү менән шөғөлләнә. 1889 йылдың 12 мартында Николай Дурбах Ҡала идараһына үҙен Нахичевань ҡалаһы архитекторы вазифаһына тәғәйенләүҙәрен һорап үтенес яҙыуы бирә. Ошо йылдың 5 апреленән ул бер йыл һынау срогы менән Ҡала архитекторы вазифаһын башҡара башлай. Бер йыл үткәс, Дурбах Ҡала архитекторы булып раҫлана.
Николай Дурбах Ҡала архитекторы вазифаһында, ҡаланың беренсе планында (1781 йыл) һалынған планлаштырыу принциптарына эйәреп, үҙенең оҙайлы һәм әүҙем эшмәкәрлеген башлай. 1894 йылда уның тормошонда мөһим ваҡиға була — ул Оло Баҡса урамындағы Ҡала думаһы һәм Идараһы бинаһы проектының беренсе эскизы менән Ростовҡа килгән художество Академияһы профессоры — архитектор Померанцев Александр Никанорович менән таныша. Был осрашыу һәм фекер алышыу ике архитекторҙың да ҡаланы үҫтереү буйынса ижади пландарына йоғонто яһай.
Производство эшмәкәрлеге менән бер рәттән, Н. Н. Дурбах йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. 1897 йылдың 12 мартында Нахичевань ҡала йәмғиәтенең һайлау Йыйылышында ул дүрт йылға Нахичевань ҡала Думаһының гласныйы итеп һайлана (1897—1901). 1917 йылға тиклем ул бөтәһе биш тапҡыр Нахичевань ҡала Думаһының гласныйы итеп һайлана. 1898 йылдың 27 ноябрендә инде ҡала Думаһының йыйылышында 1899 йылға фатир һалымы буйынса Ҡала Присутствиеһе ағзаһы итеп һайлайҙар, артабан был вазифаға 1912 йылға тиклем һайлана. 1900 йылдың 26 ғинуарында Дурбах өс йылға (1900—1903) Нахичевань һөнәрселек училищеһының Попечителлек Советы ағзаһы итеп һайлана. Коллегия теркәүсеһе чинын Н. Н. Дурбах 1902 йылда ала. Артабанғы коллегия сәркәтибе чинын — 1905 йылда. 1913 йылда Николай Никитич егерме биш йыл эшләп Ҡала архитекторы вазифаһын ҡалдыра. Ул йәмәғәт эшенән ситләшә, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре ғаиләнең тарҡалыуына алып килә. Оҙаҡламай башланған Граждандар һуғышы уның йәшәү рәүешен һәм ижад итеү мөмкинлеген емерә. 1920-се йылдар башында һаулығы менән проблемалар башлана — бер туҡтауһыҙ ауырыуҙар йонсота башлай.
1924 йылдың 23 сентябрендә Дондағы Ростовта вафат була. Ҡаланың Әрмәндәр зыяратында ерләнгән.
Үҙенең бик шәп хеҙмәте өсөн Н. Н. Дурбах 4 дәрәжә Изге Станислав (1904 йыл) һәм 3 дәрәжә Изге Анна (1911 йыл) ордендарына лайыҡ була. Николай Никитич Дурбахтың ҡәбере оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә була. Бер нисә йыл элек уны тәрбиәләп тейешле хәлгә килтерәләр һәм унда һәйкәл ҡуялар[2]. 1999 йылдың декабрендә күренекле архитектор иҫтәлегенә Ростов өлкә академик йәштәр театры (элекке Нахичевань ҡала театры бинаһына[3]) мемориаль таҡталар ҡуйыла[4].
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитекторҙың бик күп эштәре араһында айырыуса билдәлеләре:
- «Московская» ҡунаҡханаһы
- Нахичевань ҡала театры
- Екатерина ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы
- Ирҙәр гимназияһы бинаһы
- Ҡала училищеһы бинаһы
- Александр колоннаһы шул уҡ исемле баҡсала (хәҙер Витя Черевичкин исемендәге парк)
- Бульвар майҙаны (хәҙерге Азатлыҡ майҙаны)
- Екатерина майҙаны (Маркс майҙаны)
- Килем-төшөмлө йорттар һәм айырым йорттар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сидоров В. С. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Т. 5.
- С. Ширинян. Армяне-народ созидатель чужих цивилизаций: 1000 известных армян в мировой истории. / Ереван: Авт. изд., 2014, ISBN 978-9939-0-1120-2.
- Донская Армения. Вып.1. Ростов-на-Дону, 2007, ISBN 5 901377-18-4.