Кеше анатомияһы һәм физиологияһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек
Кеше анатомияһы һәм физиологияһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек | |
Атамаһы | Кеше анатомияһы һәм физиологияһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек |
---|---|
Автор | Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү урыны | Өфө |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1981 |
Кеше анатомияһы һәм физиологияһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек— кеше анатомияһы, физиологияһы, шулай уҡ ҡайһы бер яҡын фәндәр буйынса русса-башҡортса һүҙлек. 1981 йылда Өфөлә "Башҡортостан китап нәшриәте"ндә баҫтырыла. Китаптың төҙөүсеһе— медицина фәндәре кандидаты Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров.
Эстәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һүҙлеккә башлыса анатомия һәм физиология һәм гистология, биология, биохимия һ.б. буйынса 6000 тирәһе термин индерелгән.
Башҡортса тейешле термин булмаған осраҡтарҙа рус телендәге терминдар башҡортсаға тәржемә ителеп, яңы терминдар яһала (мәҫәлән, скуловая кость — бит осо һөйәге, лучевая кость — беләк ҡушары һөйәге һ.б.). Ҡайһы бер терминдарға башҡортса аңлатма бирелә.
Грек һәм латин теленән рус теленә ингән ҡайһы бер һүҙҙәр үҙгәрешһеҙ индерелгән (абдукция, аппендикс, эпителий һ.б.). Синонимдар булған осраҡта төрлө варианттар бирелә.
Һүҙлекте төҙөүҙә Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусылары ярҙам итә.
Һүҙлекте төҙөгәндә ҡулланылған әҙәбиәт: «Русско-английский медицинский словарь» (Елисеенков Ю. Б. и др., М., 1975). «Анатомический словарь латино-русский, русско-латинский» (Т. Г. Казаченок, Минск, 1976)., «Словарь-справочник по медицинской терминологии» (Шубов Я. И., М., 1973), «Большая медицинская и Малая медицинская энциклопедии» (М., 1977, 1965), «Русско-башкирский словарь» (Дмитриев Н. К., Ахмеров К. 3. и др., М., 1958), «Русско-латинско-башкирский словарь медицинских терминов» (Мухамедов М. Н., Абдрашитов X. А., Уфа, 1935) һ.б.
Китап халыҡ араһында санитар ағартыу эштәрен алып барыусы медицина хеҙмәткәрҙәренә, медицина темаһына материалдар әҙерләүсе гәзит, радио, телевидение журналистарына һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гумаров В. З. Русско-башкирский словарь по анатомии и физиологии человека. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — Т. Изд. 1-ое.. — 132 стр с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русско-башкирский словарь по анатомии и физиологии человека 2022 йыл 12 декабрь архивланған.
- Деятели. Гумаров Варис Зиякаевич