Кешкек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кешкек
Рәсем
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә
Ил Flag of Turkey.svg Төркиә
Мираҫ статусы нематериальное культурное наследие[d][1]
Commons-logo.svg Кешкек Викимилектә

Кешкек (төр. keşkek) — ит һәм тауыҡтан бойҙай һәм арпа ҡушып тантаналарға бешерелгән ризыҡ, төрөк, иран һәм грек кухняларына ҡарай.

2011 йылда ЮНЕСКО кешкекты Төркиәнең[2][3] матди булмаған мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан итте.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кешкекты әҙерләү ысулы XV быуатта уҡ Иранда һәм Сирияла теркәлеп ҡуйған, әле лә ул бөтә донъя буйлап таралған ирандар араһында бик популяр. Был ризыҡтың тарихы ҡоротҡа барып тоташа, XVI—XVIII быуаттарҙа Иранда ҡоротто ит, бойҙай йәки арпа оно менән бутап ашағандар[4]. Кешкек — Төркиәлә туйҙың тәүге көнөндә иртәнсәк тәҡдим ителә торған традицион ризыҡ. Кεσκέκ, κεσκέκι и κισκέκ исеме аҫтында ул Лесбоста[5] һәм Самоста[6] , шулай уҡ понтий гректары[7] араһында һәм Эпирҙа байрам ризығы булараҡ билдәле.

Лесбоста кешкек йәйге төндәрҙә әҙерләнелә. Тантана өсөн әҙерләп ҡуйылған үгеҙҙе һуялар, шунан уның итен ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланалар, ә икенсе көнөнә был ризыҡты бойҙай ҡушып ашайҙар[8].

Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында һәм урта Анатолияла кешкек haşıl тип атала. Төркиәлә һәм Иранда был ризыҡты бик яраталар һәм дини байрамдар, туйҙарға әҙерләйҙәр һәм вафаттарҙы ерләгәндән һуң ойошторолған табынға ла ҡуялар.

Кешкек әрмәндәрҙең хариса исемле ризығына бик оҡшаш.

Бәлки, славяндарҙың каша һүҙе фарсыларҙағы кишк[9], һүҙенән килеп сыҡҡандыр йәки уларҙың икеһе лә санскриттағы кашая (шифалы эсемлек) һүҙенән тамыр булараҡ күскәндер[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.haberturk.com/kultur-sanat/haber/692270-keskek-unesco-korumasina-girdi
  2. Convention for the Safeguarding of the Intangible Cultural Heritage, Intergovernmental Committee for the Safeguarding of the Intangible Cultural Heritage, Nomination file 00388
  3. «Turkish dish and Korean tightrope walking join UN intangible heritage list», UN News Center 28 ноября 2011
  4. see Aubaile-Sallenave
  5. Caragh Rockwood — Fodor’s Greece 1997
  6. Γιουβέτσι με στάρι Ҡалып:Webarchive
  7. Κεσκέκ (Παραδοσιακό ποντιακό φαγητό)
  8. Greece, by Paul Hellander, Lonely Planet series
  9. Gil Marks, Encyclopedia of Jewish Food, p. 314
  10. Aubaile-Sallenave, p. 109, note 7