Килейек
Уҡыу көйләүҙәре
Килейек | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Sylvia curruca (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 148820 |
Килейек (рус. славка-завирушка, лат. Sylviidae)— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас һәм ҡыуаҡ ботаҡтарында һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Түбәһе һоро, һырты, ҡойроғо көрәнһыу һоро, Ҡанаттарының осонда нәҙек ар-ҡырыл һыҙыҡтар бар. Күҙҙәре аша-киң ҡара һыҙыҡ үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. һоро килейектән ерән ҡауырһындары булмауы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы тоноҡ ҡына: «сыҡ-сыҡ».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сырылдап һайрауына яңғырауыҡлы «киле-киле-киле» тигән өндәр ҡушыла. Төрлө урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр, көҙгөһөн еләк ашай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ботаҡтарында, ҡы¬уаҡтарҙа оялай. Ҡара-көрән таплы 4—6 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9