Стивен Кинг
Стивен Кинг | |
Stephen King | |
Уҡыусылар менән осрашыуҙа | |
Исеме: |
Стивен Эдвин Кинг |
---|---|
Псевдонимдары: |
Ричард Бахман |
Тыуған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
романист |
Ижад йылдары: |
1959 — әлеге ваҡыт |
Жанр: |
ужасы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Стивен Эдвин Кинг (ингл. Stephen Edwin King; 1947 йылдың 21 сентябре, Портленд, Мэн, АҠШ) — төрлө, шул иҫәптән ҡурҡыныстар, фэнтези, мистика, драма жанрҙарында эшләгән Америка яҙыусыһы, «Ҡурҡыныстар батшаһы» исеме алған. Уның китаптары 350 миллион дана һатылған. Күп әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөлгән. Кинг 55 роман баҫтырған, уларҙың етеһен — Ричард Бахман исеме менән. Бынан тыш, 5 фәнни-популяр китап та яҙған. Кинг 200-ҙән ашыу хикәйә яҙған, уларҙың күбеһе автор йыйынтыҡтарына тупланған. Күп әҫәрҙәрендә ваҡиғалар уның тыуған Мэн штатында бара.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ата-әсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙыусының әсәһе, Нелли Рут Пиллсбери (ингл. Nellie Ruth Pillsbury) 1913 йылдың 3 февралендә Англияның Норт-Йоркшир графлығы Скарборо ҡалаһында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ул шәхси тормошон оҙаҡ ҡына яйға һала алмай. Ике тапҡыр кейәүгә сыға. 1939 йылдың 23 июлендә ул сауҙа флоты капитаны Дональд Эдвард Кинг менән өйләнешә. Яҙыусының атаһы 1914 йылдың 11 майында Индиана штатында тыуған. Табиптар Рутҡа түлһеҙлек диагнозы ҡуя, шуға йәш ғаилә сабый Дэвид Викторҙы уллыҡҡа ала. Ике йылдан, 1947 йылдың 21 сентябрендә, Стивен тыуа.
Диңгеҙсе булараҡ, Дональд бөтә донъя буйлап сәйәхәт итә. Стивендың әсәһе йыш яңғыҙы ҡала. Туйҙан һуң йәштәр Чикагоға, ә Икенсе донъя һуғышы аҙағына Руттың туғандарына яҡыныраҡ Мэнға күсә. Дональд ғаиләһе менән аралашмай тиерлек. Ул флоттан китә һәм коммивояжер булып эшкә урынлаша, «Электролюкс» саң һурҙырғыстарын һата. Дональдҡа ғаилә тормошо ауыр тойола һәм Стивенға ике йәш булғанда ул кисен өйҙән сыға ла кире ҡайтмай. Рут, иренең Коннектикуттан бер официантка менән буталғанын белһә лә, балаларына аталарын марсиандар алып китте, тип хәбәр итә. Стивен һәм ағаһы өсөн аталарының яҙмышы 1990-сы йылдарға тиклем билдәһеҙ була. Баҡтиһәң, Дональд уларҙан йыраҡ түгел Пенсильвания штатында икенсе ғаиләһе менән йәшәп ятҡан һәм 1980 йылда вафат булған.
Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире ташлап киткәс, Рут туғандарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул пианиносы һөнәренә эйә була, әммә түбән хаҡ түләнгән хеҙмәтсе йәки икмәк һатыусы кеүек эштә эшләргә тура килә. Ул ике балаһы менән Чикагола, Форт-Уэйнда (Индиана штаты), Малденда (Массачусетс штаты), Уэст-Де-Перҙа (Висконсин штаты), Стратфордта (Коннектикут штаты) йәшәй, шунан Көнбайыш Дарем (Мэн штаты)тигән бәләкәй ҡалала ултыраҡлана.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙыусының рәсми сайты (инг.)
- Стивен Кингтың рус фан-клубының сайты
- Полная библиография Стивена Кинга «Фантастика лабораторияһы» сайтында (рус.)
- Stephen King’s Keynote Address 2005 йыл 26 июнь архивланған.
- Статья «Американский миф. Стивен Кинг» в журнале «Мир Фантастики» 2015 йыл 22 февраль архивланған.
- Дмитрий Быков лекция «Стивен Кинг Король не сдается»