Киров урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киров урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Киров Сергей Миронович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 3 ± 1 km
 Киров урамы Викимилектә

Киров урамы . Өфө ҡалаһының Киров, Ленин һәм Совет райондары биләмәһендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Карл Маркс урамынан башлана һәм Салауат Юлаев проспекты менән тамамлана. Урам 1931 йылда ябылған элекке Александр сиркәүе нигеҙенә төҙөлгән Профсоюздар йортонан башлана. 

Киров урамының дауамы булып Салауат Юлаев проспектынан башланған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамы  тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта урам Приют урамы тип аталған, сөнки 1849 йылда унда Телеграф (Цюрупа)  һәм Кесе Успенский ( Энгельс) урамдары араһындағы кварталда православие балалар приюты урынлашҡан. Октябрь Революцияһынан һуң урам С.М. Киров хөрмәтенә үҙгәртелә. 

Иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Профсоюздар йорто һәм уның алдында Александр майҙаны (тарихи исеме) 
  • «Баштехинформ» (элек —Ғилми-техник мәғлүмәттәр үҙәге)
  • Һуҡырҙар өсөн Башҡорт махсус китапханаһы һәм Бөтә рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең  Башҡорт ойошмаһы тарихы музейы
  • «Киров» эшлекле үҙәге
  • Рождество Богородицы  соборы
  • 12-ишекле йорт - «карап»

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киров урамы күрһәтә. төп йәмәғәт транспорты маршрут таксийы.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.