Киҫекбаш
Киҫекбаш |
Киҫекбаш китабы, “Киҫекбаш” (“Киҫелгән баш тураһындағы китап”) - төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан[1]. .
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Киҫекбаш" XIII - XVI быуаттар ҡомартҡыһы, төрки телендә яҙылған.
Әҫәрҙең авторы буйынса фараздар төрлө: И.В.Боролина, В.М.Коджатюрк һ.б. кеүек ғалимдарҙың фаразлауынса, XII быуат төрөк шағиры Кирдеджи Али яҙған. Әйткәндәй, был исем 1841—44 йылдарҙағы башҡортса күсермәһендә лә телгә алына.
Жанр йәһәтенән икешәр юллап рифмалашҡан мәҫнәүи шәкелендәге, фәлсәфи-дидактик, романтик, героик әҫәр. Мажаралы ҡиссаға тартым.
Ғәли батыр (Али ибн Әбү Талип — 4‑се тоғро хәлифә, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 2 туған ҡустыһы һәм кейәүе) тураһындағы әҫәрҙәр мосолман фольклорының (“Ҡисса‑и Ғәли”, “Ҡисса‑и Сәҡам” һәм башҡалар) циклына инә.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптың йөкмәткеһе — Ғәли батырҙың АллаҺы тәғәләне, исламды данлау хаҡына башҡарған ҡаһарманлыҡтары тураһында. Мөхәммәткә(Пәйғәмбәр) ҡасандыр ғәҙел хаким, хаҡ мосолман булған кешенең башы — Киҫекбаш мөрәжәғәт итә. Уның ҡалаһына дәү дейеү һөжүм итеп, улын ашағанын, ҡатынын урлағанын, үҙенең башын сабып өҙгәнен бәйән итә.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр уның ҡайғыларын тыңлағандан һуң Ғәли батырҙы саҡырып алып, Киҫекбашҡа ярҙам итергә ҡуша. Ғәли менән Киҫекбаш сүлгә юлға сыға һәм дейеү йәшенгән ҡоҙоҡто барып таба. Ғәли тәрән ҡоҙоҡҡа төшөп, дейеүҙе үлтерә.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр доғалар уҡып Киҫекбаштың кәүҙәһен тергеҙә һәм уның улын да терелтә.
Әҫәрҙә фольклор һәм әҙәбиәт традициялары, донъяуи һәм дини мотивтар бер бөтөнлөк тәшкил итә[2].
Башҡортостанда табылған күсермәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда археографик экспедициялар ваҡытында “Киҫекбаш китабы”ның бер нисә ҡулъяҙма күсермәһе табыла.
1973 йылда яҡынса 1841—44 йылдарҙа яҙылғаны Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылында; 1837 йылғы күсермәһе — Илеш районы Һеңрән ауылында (1974) һәм 1881 йылғы күсермә Благовар районы Сатра ауылында (1986) һ.б. Улар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ғ.Б.Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапхананың һирәк китаптар бүлегендә һаҡлана[3].
Киҫекбаш образы башҡа әҫәрҙәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөйләшеүсе баш тураһындағы сюжет Аттарҙың “Жөмжөмәнамә”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан” әҫәрҙәрендә осрай. Шул уҡ ваҡытта был образ совет фантаст-яҙыусыһы Александр Беляевтың Голова профессора Доуэля фәнни-фантастик романында ла төп герой булып тора[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Киҫекбаш китабы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Киҫекбаш китабы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Булгаков Р.М. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч. 1. Уфа, 2002.
- ↑ Рыкачёв Я. С. «Голова профессора Доуэля» А. Беляева // Детская литература : журнал. — 1939. — № 1. — С. 50—53.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киҫекбаш китабы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Литература Востока в средние века. В 2 ч. Ч.2. М., 1970
- Булгаков Р.М. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч. 1. Уфа, 2002.