Киҫнарат
Киҫнарат | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Халыҡ һаны |
28 кеше (1859)[1], 54 кеше (1902)[2], 60 кеше (1905)[2], 152 кеше (1912)[2] |
Киҫнарат (рус. Кич-Нарат, Кичнарат) — Байсар улусының (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) аҫаба башҡорттар ҡасабаһы[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киҫнарат — Минзәләнән 16 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан, Буг йылғаһы буйында Байсар улусында аҫаба башҡорттарҙың 1834—1859 йылдар араһында нигеҙләнгән ҡасабаһы. 1859 йылда бында аҫаба башҡорттар 28 ир-егет теркәлә. 1902 йылда 9 йортта 54 кеше, 1905 йылда 17 йортта 60 кеше иҫәпкә алына. 1912 йылда 30 йортта 152 аҫаба башҡорт йәшәй. Уларҙың 332 баш малы, шул иҫәптән 51 йылҡыһы, 42 эре малы, 228 һарығы һәм 19 кәзәһе була. Дүрт хужалыҡта бал ҡорто тоталар, уларҙың 17 умартаһы була. Ете ғаилә кәсепселек менән шөғөлләнә[3]. 1912 йылғы йорт буйынса иҫәп алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Киҫнарат ауылы башҡорттарының 763 дисәтинә ере була. Йәғни һәр йортҡа 24,5 дисәтинә тура килә. Ошо ерҙәрҙең барлығы 118 дисәтинәһе, йәғни һәр йортҡа 3,9 дисәтинә генә эшкәртелә. 11 хужалыҡ 2 дисәтинә ерҙгә генә ашлыҡ сәсә, 10 хужалыҡтың сәсеүлеге 2-4 дисәтинә тәшкил итә, өс хужалыҡтың сәсәүелеге 4-6 дисәтинә була, өс хужалыҡтыҡы 6-10 дисәтинәгә етә, өс хужалыҡ ҡына 10 дисәтинәнә ашыу ер эшкәртә. Күберәген арпа менән һоло сәсәләр[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 358-359. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 358-359. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.