Клодетт Колбер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Клодетт Колбер
Claudette Colbert
Claudette colbert.jpg
1930 йылдарҙағы студия фотоһы
Исеме:

Эмили Шошуа

Тыуған:

13 сентябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1][2][…]

Тыуған урыны:

Франция,Сен-Манде[d]

Үлгән:

30 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[4][1][…] (92 йәш)

Үлгән урыны:

Барбадос, Спайтстаун[d]

Гражданлығы:

Flag of France.svg Франция
Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары

Һөнәре:
актриса
Карьера:

1923—1987

IMDb:

ID 0001055

Commons-logo.svg Клодетт Колбер

Клодетт Колбер (Claudette Colbert, 13 сентябрь 1903 йыл, Сен-Манды, Франция — 30 июль 1996 йыл, Speightstown (ингл.), Спайтстаун (рус.), Барбадос) — Америка актёры, «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары эйәһе, 1930 йылдарҙың күренекле комедия актёрҙарының береһе тип танылған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клодетт Колбер, ҡыҙ фамилияһы Эмили Шошуа (франц. Émilie Chauchoin), Францияның Иль-де-Франс регионы Сен-Манде ҡалаһында тыуа, уның бала сағы, ата-әсәләре 1906 йылда күсеп китеү сәбәпле, Нью-Йоркта үтә. Атаһы, банкир Жорж Клода, әсәһе кондитер, Жанна Лоу Шошуан. Колберҙың шулай уҡ өлкән ағаһы Шарль Огюст Шошуан (1898—1971) була. Ғаиләлә француз теле менән бер рәттән француз-инглиз тамырҙарына эйә булған Клодеттың оләсәһе Мари Августина Лева арҡаһында инглиз теле лә ҡулланыла. Клодеттың ата-әсәһе 1906 йылда Нью-Йоркҡа күскәндә Клодеттҡа өс йәш була, Клодетт Вашингтонда Ирвинг мәктәбен тамамлай. Инглиз теле уҡытыусыһы Алиса Россеттер уға ҙур булмаған телмәр етешһеҙлегенән ҡотолорға ярҙам итә, ә һуңынан театр постановкаһы өсөн тыңлауҙарҙа ҡатнашырға саҡыра. 14 йәшендә Клодетт «Provincetown Playhouse» театры сәхнәһендә «Вдовья вуаль» пьесаһында үҙенең беренсе ролен башҡара.

Мәктәпте тамамлағас, Колбер Студент сәнғәте лигаһына стенографист булып уҡырға инә һәм уҡыуын түләр өсөн параллель рәүештә кейем-һалым магазинында эшләй. Башта ҡыҙ модельер карьераһы тураһында хыяллана, ул һүрәтте яҡшы төшөрә, әммә драматург Энн Моррисон лекцияларынан һуң актриса карьераһы тураһында едти уйлана башлай. Бер формаль булмаған кисәнән һуң Моррисон уға үҙенең «Дикие Уэскоттсы» спектаклендә ролдәрҙең береһен башҡарырға тәҡдим итә, спектаклде 1923 йылда Бродвей сәхнәһендә ҡуялар. Сәхнә исеме Клодетт Колбер аҫтында ҡыҙ тик 1925 йылда ғына сығыш яһай башлай. Колбер фамилияһын һайлау осраҡлы булмай, был әсәһе яғынан өләсәһенең ысын фамилияһы була. Клодеттың ағаһы, Чарльз Уэндлинг, күп йылдар дауамында актрисаның агенты һәм менеджеры сифатында эшләй.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клодеттың актер карьераһы 1920 йылдарҙа Бродвейҙа башлана, һуңынан телһеҙ кинола дауам ителә, артабан ул бер ниндәй ҡытыршыҡлыҡһыҙ тауышлы фильмдарға эләгеп китә. Америкала Бөйөк депрессия осоронда Бродвейҙың күп театрҙары ябыла, һәм шул саҡта Клодетт кинола төшөргә ҡарар итә. Клодетт Франк Капраның «Ни за какие коврижки» (1927) фильмында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Әммә актрисаның кинематография эштәре уңышҡа өлгәшмәй. Бынан тыш уңышһыҙлыҡтар аҙым һайын осрап тора, шул сәбәпле актрисаның ныҡ күңел төшөнкөлөгө башлана, һәм ул кинонан китергә йыйына. Әммә 1929 йылда актрисаның тормошо икенсе юҫыҡта китә. Популярлыҡ Колберға 1920 йылдар аҙағында − 1930 йылдар башында, уның «Леди алдаша» (1929) фильмындағы героиняһы — үҙенән күпкә өлкәнерәк иргә хайран ҡалған һатыусы һәм үҙенең етәксеһенә ғашиҡ сәркәтипте уйнаған «Һөйәркәләр араһындағы намыҫ» (1931) кеүек фильмдары менән, килә. Кольбер был йылдарҙа — ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ҡара сәсле һәм айырылып торған макияжлы хәтәр ҡатын. Был бигерәк тә уның Сесиль Де Миллдәге эштәрендә: шәрә килеш һөттә йыуынған императрица Поппеи «Тәре билдәһе» (1932) йәки "Клеопатра"ла (1934) Мысыр батшабикәһе Клеопатра ролдәрендә төҫмөрләнә.

1934 йылдан һуң уның образы үҙгәрә — инде ул блондинка һәм ул — өлгөлө ҡатын һәм хужабикә ролдәрендә сығыш яһай башлай. Колбер башлыса "Paramount Pictures"та киноға төшә һәм ваҡыт үтеү менән АҠШ -тың иң юғары хаҡ түләнмәле актрисаһы булып китә. Уның иң сағыу һәм билдәле роле Фрэнк Капраның «Был бер мәл төндә булды» (1935) күңелле комедияһындағы артыҡ иркәләп боҙолған вариҫ ҡатын — ҡыҙ Элли Эндрюс роле булып ҡала, ошо роль өсөн ул «Оскар»ға лайыҡ була. Колбер тағы ла ике тапҡыр Киноакадемия премияһына номинацияға индерелә, был юлы «Шәхси донъялар» (1936) һәм «Һеҙ киткәндән бирле» (1945) фильмдарындағы драматик ролдәре өсөн.

1950 йылдар аҙағына уның кинокарьераһы аҫҡа ҡарай тәгәрәй башлай. 1961 йылда ул ҙур экранға һуңғы тапҡыр «Пэрриш» фильмында сыға. Артабан ул үҙенең карьераһын Англияла һәм АҠШ -та театр сәхнәләрендә дауам итә, шулай уҡ бер — ике тапҡыр телевидениела күренә. 1971 йылда актрисаның туғаны Чарльз Уэнлинг вафат була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клодетт ике тапҡыр никахта була. Беренсе тапҡыр 1928 йылда актриса актёр һәм режиссёр Норманн Фостерға кейәүгә сыға, ул уның менән Бродвейҙа «Баркер» постановкаһында ҡатнаша. Был никах шул ваҡыт өсөн ғәҙәти булмай. Улар айырым йәшәй, һәм быны актрисаның әсәһенә кейәү оҡшамай тип аңлаталар. Клодетт әсәһе менән йәшәй, ә әсәһе Фостерға уларҙың йортона килеүҙе тыя. 1935 йылда шундай мөнәсәбәттәрҙе күтәрә алмай, актёрҙар айырылыша. Ошо уҡ йылда Кольбер ҡабаттан кейәүгә сыға. Был юлы Лос-Анджелестан хирург Джоэл Прессманға. Джоэл менән Клодетт никахта 33 йыл йәшәйҙәр. 1968 йылда Прессман ҡапыл ғына бауыр шешенән вафат була. Ире вафат булғандан һуң кинола төшөүҙән һәм сәхнәлә сығыш яһауҙан туҡтап, актриса Барбадосҡа, Спайтстаун ҡалаһына йәшәргә күсә, унда вафатына тиклем йәшәй. Клодетт Колбер 1996 йылдың 30 июлендә, бер нисә инсульт үткәргәндән һуң, 92 йәшендә вафат була. Актриса шунда уҡ, Барбадоста, Изге Петр ҡорамының Спайтстаун зыяратында ерләнә. Клодеттың балалары булмай. Мөлкәтен Клодетт һуңғы өс йылда үҙен ҡараған әхирәте Хелен О’Хэгенға ҡалдыра.

Колбер, Кеннеди-үҙәктең ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә торған премия, Сара Сиддонс йәмғиәте наградаһына лайыҡ була.

Киноға индергән өлөшө өсөн Клодет Колбер Голливуд-бульвар, 6812 Голливуд даны аллеяһында йондоҙға лайыҡ була. 1999 йылда ул 12-се һаны аҫтында AFI версияһы буйынса 100 бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә индерелә.

Һайланған фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1927 — Майк мөхәббәте хаҡына / For the Love of Mike
  • 1929 — Леди алдаша / The Lady Lies
  • 1931 — Мөхәббәт һәм намыҫ / Honor Among Lovers
  • 1931 — Йылмайыусы лейтенант / The Smiling Lieutenant
  • 1933 — Төнгө йырсы (Сентименталь йырсы) / Torch Singer
  • 1934 — Дүрт ҡото алынған / Four Frightened People
  • 1934 — Тормош имитацияһы / Imitation of Life
  • 1934 — Был бер мәл төндә булды / It Happened One Night
  • 1934 — Клеопатра / Cleopatra
  • 1935 — Шәхси донъялар / Private Worlds
  • 1935 — Ул кейәүгә хужаға сыҡты / She Married Her Boss
  • 1938 — Ҡүк Һаҡалдын һигеҙенсе ҡатыны / Bluebeard’s Eighth Wife
  • 1939 — Заза / Zaza
  • 1939 — Мохок үҙәне барабандары/ Drums Along the Mohawk
  • 1939 — Был мөғжизәле донъя / It’s a Wonderful World
  • 1940 — Ығы — зығылы ҡала / Boom Town
  • 1940 — Мөхәббәтем минең, уян / Arise, My Love
  • 1943 — Ғорурлыҡ, юҡһыныу һәм юғалтыуҙар аша / So Proudly We Hail!
  • 1944 — Һеҙ киткәндән бирле / Since You Went Away
  • 1945 — Килеп китә торған ҡатын / Guest Wife
  • 1946 — Серле йөрәк / The Secret Heart
  • 1947 — Булдыҡһыҙ кеше һәм мин / The Egg and I
  • 1948 — Йоҡла, минең мөхәббәтем / Sleep, My Love
  • 1949 — Һатыуға кәләш / Bride for Sale
  • 1950 — Йәшерен ярһыу / The Secret Fury
  • 1951 — Әйҙә, быны асыҡ итеп эшләйек / Let’s Make It Legal
  • 1952 — Плантатор ҡатыны / The Planter’s Wife
  • 1954 — Яҙмыштар / Destinées
  • 1954 — Версаль серҙәре / Si Versailles m'était conté
  • 1961 — Пэрриш / Parrish

Наградалары һәм номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1935 — «Оскар» премияһы — «Был бер мәл төндә булды» фильмындағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн
  • 1988 — «Алтын глобус» премияһы — мини — сериал, телесериал һәм телефильмдарҙа икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Ике миссис Грэнвилль» телефильмы өсөн

Номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1936 — "Оскар"премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Шәхси дөньялар» фильмы өсөн
  • 1945 — «Оскар» —"Һеҙ киткәндән бирле" фильмындағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн
  • 1987 — «Эмми» премияһы— мини — сериал, телесериал һәм телефильмдарҙа икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Ике миссис Грэнвилль» телефильмы өсөн

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]