Ковалёва Лиана Ароновна
Ковалёва Лиана Ароновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 22 декабрь 1951 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | физик |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ковалёва Лиана Ароновна (22 декабрь 1951 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан — ғәмәли (прикладной) физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2020) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (2006) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лиа́на Аро́новна Ковалёва 1951 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ынаң Өфө ҡалаһында тыуған. [1].
Ул 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1976 йылдан ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2003 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ғәмәли физика кафедраһы мөдире[2].
1998 йылдан техник фәндәр докторы, ә 2000 йылдан — профессор[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре күҙәнәкле мөхиттәр физикаһына һәм тотош мөхиттәр механикаһына, дисперслы һәм күп компонентлы системалар термодинамикаһына, ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған.
Тышҡы физик ҡырҙар тәьҫирендә күп компонентлы системаларҙа күп фазалы системаларҙы фильтрлау һәм күп компонентлы системаларҙа йылылыҡ һәм күпләп күсереү күренештәрен тикшереү үткәрә (шул иҫәптән юғары йышлыҡлы электрон - магнит ҡырҙары). Юғары ҡуйылыҡтағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү ысулы тәҡдим итә.
Ковалева Л. А. күп компонентлы системалар менән юғары йышлыҡлы электрон-магнит ҡырының үҙ-ара тәьҫир итешеүе сәбәпле килеп сыҡҡан электро-термодиффузия күренешен таба.
28 уйлап табыу һәм 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Электр магнит ҡыры эсендә дисперслы системаларҙағы термодинамика һәм күсереү күренеше. — Өфө, 1998 (авторҙаш)
- Электр магнит ҡыры эсендәге дисперслы системаларҙың тигеҙ булмаған термодинамикаһы (Өфө, 2000) (авторҙаш)
- Полярлы мөхиттәрҙең электромагнит ҡыры менән бәйләнешенең ҡайһы бер аспекттары. — Өфө, 2004 (авторҙаш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһы — Ковалёва Лиана Ароновна (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2021)
- ↑ Башкирский государственный университет. Официальный сайт. Институты и факультеты - Физико-технический институт - Структура физико-технического института - Кафедра прикладной физики - Преподаватели - Ковалева Лиана Ароновна 2021 йыл 21 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковалёва Лиана Ароновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2021)
- ГБНУ «Академия наук Республики Башкортостан».ПЕРСОНАЛИИ. Ковалева Лиана Ароновна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2021)
- Башкирский государственный университет. Официальный сайт. Преподаватели - Ковалева Лиана Ароновна 2021 йыл 21 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2021)
- 22 декабрҙә тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Техник фәндәр кандидаттары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Техник фәндәр докторҙары
- Профессорҙар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- XXI быуат физиктары
- XX быуат физиктары
- Физиктар
- Рәсәй ғалимдары
- СССР ғалимдары
- XXI быуат ғалимдары
- XX быуат ғалимдары
- Ғалимдар