Когбетлиевтың табыш йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Когбетлиевтың табыш йорто
Дом А.Когбетлиева.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 8.
Бина тибы торлаҡ йорт
Архитектура стиле эклектика
Төҙөүсе Николай Никитич Дурбах
Нигеҙләүсе Андриас Когбетлиев
Төҙөлгән ваҡыты 1912 йыл

1912

Когбетлиевтың табыш йорто — Дондағы Ростовтың Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан боронғо йорт. Йорт төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.

Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Азатлыҡ майҙаны, 8.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ХІХ быуат аҙағында — XX быуат башында архитектор Николай Никитич Дурбах (Дурбахян Никогос Мкртичевич) Дондағы Ростовта, Аҙауҙа, Мариуполдә торлаҡ йорттар төҙөй. Ошо уҡ йылдарҙа ҡалала Когбетлиевтар ғаиләһе йәшәй. Когбетлиевтар ғаиләһе Нахичевандә билдәле һәм хөрмәт ҡаҙанған ғаилә була. Андриас Когбетлиевтың күп һанлы туғандары Екатеринина майҙанында, 1-се Георгий урамында, 18-се һыҙыҡта йорттар биләйҙәр. Бөтә ғаилә ағзалары театр сәнғәте менән мауыға һәм улар Нахичевандә билдәле меценаттар булалар.

Л. Ф. Волошинов үҙенең «Бульвар майҙаны» китабында яҙғанса, 1908 йылға тиклем Бульвар майҙанындағы йорт биләмәһе участкаһы әрмән Изге Григорий Мәғрифәтсе хаҡына сиркәүгә ҡарай. 1909 йылда йорт биләмәһе участкаһын Андриас Когбетлиев һатып ала һәм бейек цоколь ҡаты булған кирбес йорт төҙөй башлай.

Яңы йорттоң проектын Николай Никитич Дурбах төҙөй. Заказсы теләге һәм һорауы буйынса архитектор Н. Н. Дурбах йорттоң фасадын, барокко һәм классицизм декоратив элементтарының бөтә төрҙәрен һәм байлығын ҡулланып, күркәм стилдә эшләй һәм биҙәй. 1912 йылда Андриас Когбетлиев ҡалала Бульвар майҙанының (хәҙер Азатлыҡ майҙаны) биҙәге булған матур кирбес айырым йорт төҙөтә. Архитектор тарафынан табыш йортона индерелгән архитектура деталдәренең үҙенә бер төрлө үҙенсәлеге һәм йылылығы, был ғаилә йортона индивидуаль ҡиәфәт бирә. Өҫкө ҡаттың бейек тәҙрәләре ярым түңәрәк йөҙлөк менән ҡаймаланған, декоратив кронштейндар тотоп торған кәрниздәр менән биҙәлгән. Колонналар, уның өҫтөндә урынлашҡан өҫкө горизонталь өлөшө (антаблемент) һәм пьедесталы стенаға ҡарата сығып тора. Цоколь ҡаты тәҙрәләренең көпләү ташы декоратив биҙәкле, тәҙрәләргә сөгөн рәшәткәләр ҡуйылған.

Юғары цоколь ҡатында сауҙа залдары урынлашҡан, төп торлаҡ ҡаты йорт хужаһы һәм уның ғаилә ағзалары өсөн тәғәйенләнгән.

1916 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Петр Абрамян йорттоң хужаһы була. 1920 йылда, совет власы урынлашҡас, йорт дәүләт милегенә күсә. 1920-се йылдарҙа йортҡа халыҡ урынлаша башлай.

Табыш йорто хәҙерге ваҡытта ла Азатлыҡ майҙанының биҙәге булып тора, ул төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы[1].

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан йорт фасады үҙенең тәүге күренешен һаҡлаған, әммә һуңғараҡ һылап яһалған биҙәктәр ҡойола башлай, аттик һәм фриздың ҡайһы бер деталдәре юҡҡа сыға. Һуғыш йылдарында йорт һаҡланып ҡала. Хәҙер йорт тергеҙелгән һәм тәүге күренешен алған. Йортта Квадро-Лоджистик страховкалау компанияһы урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]