Колесов походы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Колесов походы

Колесов походы — 1920 йылдың мартында, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронд, Бохара әмирлегендә урыҫ большевиктары һәм йәш бухаринсылар тарафынан власты баҫып алырға маташыуы.

Төркөстанда сәйәси көстәрҙең ҡуйылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың октябрендә большевиктар власҡа килгәндән һуң РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Бохара бойондороҡһоҙлоғон таный һәм Рәсәй протектораты тураһында килешеүҙе юҡҡа сығара. Ташкентта, ҡораллы ихтилалдан һуң, хөкүмәт төҙөлә, уның составына большевиктар һәм һул эсерҙар инә. Бохара әмирлегендә Рәсәйҙәге ваҡиғалар йоғонтоһо арҡаһында әмир хөкүмәте һәм йәдиселектән ойошҡан йәш бухаринсылар сәйәси хәрәкәте араһында конфронтация көсәйә. Йәш бухаринсылар лидерҙары бер нисә тапҡыр әмирҙе реформалар үткәреүгә күндерергә маташалар, уңышһыҙлыҡҡа трғанданлдан һуң улар ҡораллы ихтилалға әҙерләнә башлайҙа. Уларҙы Ташкенттағы революцион хөкүмәте үрнәге илһамландыра.

Ихтилалға әҙерлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың декабрь башында йәш бухаринсылар большевиктар менән бәйләнештәр булдыралар. Ташкентҡа Файзулла Ходжаев етәкселегендәге делегация юллана, улар буласаҡ ҡораллы сығышта Ташкенттан ярҙам көтәләр. Йәш бухаринсылар планы буйынса, революцион хөкүмәт ойошоролорға тейеш, ә әмиргә бары тик декоратив роль йөкмәтелә. Төркөстан хөкүмәте йәштәрҙе ҡорал һәм, кәрәк булһа, ғәскәр менән тәьмин итергә тейеш була.

Һөйләшеүҙәр барышында Совет төркөстаны Совнаркомы рәйесе Ф. Колесов бухаринсыларҙың пландарын хуплай һәм ярҙам итергә вәғәҙә бирә, әммә Коканд автономияһын юҡҡа сығарғанға тиклем ихтилалды кисектереп торорға кәңәш итә. .

Ихтилал үҙәге Яңы Бохарала (Ҡаған) урынлаша. Коканд автономияһы сығыш баҫтырылғандан һәм Сәмәрҡәндтә казак частарының уңыштарынан һуң Колесов март башында Яңы Бохараға килә. Уның уйынса, ихтилал биш көндән башланырға тейеш, ҡорал һәм ғәскәр менән ярҙам итеүен тағы бер мәртәбә раҫлай. Шулай ҙа йәш бухаринсылар өсөн был хәбәр көтөлмәгән булып сыға, киң күләмле ихтилал ойоштороуҙан баш тартырға тура килә, сөнки ҡорал да етешмәй, әҙерлек өсөн ваҡыт та тар ҡалған. Йәш бухаринсылар Үҙәк комитеты Фәйзулла Ходжаев етәкселегендәге революцион комитет булдыраһәм 200 кешенән торған отрядты ҡоралландыра.

Ваҡиғалар хронологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башлыса большевиктарҙан һәс эсерҙарҙан торған Төркөстан хөкүмәте йәш бухаринсыларҙың әмирҙе ҡолатыуға йүнәлтелгән ыетылышын тулыһынса хуплай. Ошо уҡ ваҡытта Төркөстан хөкүмәте, Бохараның революцион көстәренә өмөтләнеп, әмир яғынан ниндәйҙер етди ҡаршылашыуҙы көтмәй.

Сәйет Әлимхан менән һуғыш башлау беҙгә кәрәкмәй ине. Төркөстан республикаһы былай ҙа ҡанға батҡан ине. Бохара эжкспедицияһы өсөн бер мең тирәһе генә яугир бүлеп булды. Төркөстандың төрлө остарынан йыйылған бик хөрт ҡоралланған отрядтар ине улар. Хатта иң көслө һаналған Сәмәрҡәнд гарнизоны Ҡағанға барыһы 120 кеше бирҙе…

Куц И. Ф. Годы в седле// М.: «Воениздат», 1964. — 152 с. (Военные мемуары) / Литературная редакция О. М. Иванова

Совнарком рәйесе Ф. Колесов етәкслегендәге Ҡыҙыл гвардия частары март башында Ҡағанда туплана. Походта Сәмәрҡәнд, Ташкент, Чарджуй һәм Ҡаған отрядтары, Аму-Даръя матростары, йәш бухаринсылар отряды ҡатнаша. . Амударъя флотилияһы командующийы 1-се ранглы Кишишев штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Бохара әмиренә властан баш тартыу ультиматумы ҡуйыла. Ультиматум тексында ошондай талаптар ҡуйыла: «Хөкүмәтегеҙҙе тарҡатырға һәм уның урынына йәш бухаринсыларҙың Башҡарма комитетын тәғәйенләргә». Әмир хөкүмәте тәүҙә ультиматумды ҡабул итергә ризалаша. Әлим-хан ризалығын белдереп, яңы манифест тексын ебәрә: : «Бөтәбеҙҙең халыҡҡа һүҙ азатлығы, һөнәрселек азатлағын, йәмғиәт азатлығын биреп…. Бохара либералдар составында Башҡарма Комитетын раҫлайбыҙ һәм бөтә реформаларҙы әлеге комитеттың программаһына һәм күрһәтмәһенә ярашлы үткәрәбеҙ…» Колесов менән осрашыу барышында киләһе капитуляция шарттары килешелә. Иҫке Бохараға Төркөстан хөкүмәте вәкилдәре киләләр һәм әмир ғәскәрен ҡоралһыҙландыралар. Уларҙы 25 атлы ҡыҙыармеецтан торған конвой оҙата бара. Икенсе көндө баш ҡалаға 500 кешелек һаҡ аҫтында Бохара ревкомы килеп етә һәм үҙ-үҙен хөкүмәт тип иғлан итә. Ҡалған частар Ҡаған станцияһына сигенә. Бер үк ваҡытта әмир ҙә Иҫке Бохараны ташлап сыға, уға теләгән яҡҡа сығыу рөхсәт ителә.

Әммә конвой оҙатыуында Бохараға ингән парламентерҙар отряды көтмәгәндә һөжүмгә дусар ителә һәм тулыһынса тиерлек ҡыйратыла.

Тиҙҙән был ауыр ваҡиғаның деталдәре асыҡланды. Әмирҙең юғары чиновниктары беҙҙең вәкилдәрҙе тейешле рәүештә ҡабул итәләр. Ҡул бирешеп күрешеәндән һуң уларҙы Әлимхан һарайы эргәһендәге бер бинаға индерәләр. Һаҡсылар тышта тороп ҡала. Яугирҙар, уларҙы уратып алған кешеләргә ышаныс менән ҡарай-ҡарай, тәмәке көйрәтә башлайҙар. Бер ваҡыт кемдер: «Ҡафырҙарға үлем!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Ҡайҙандыр сарбаз пәйҙә була, ул ҡыҙылгвардеецҡа ташлана ла ҡылыс менән уны саба. Яуап итеп револьверҙан атыу ишетелә. Әлимхандың ҡуштандары ҡотортҡан халыҡ конвойға ташлана. Бәрелеш китә. Арсен Цатуров, салғыһы менән болғай-болғай, ҡамауҙан сығырға маташа, әммә уны атып үлтерәләр. Бер тығыҙ төркөм булып ҡаршы торған башҡа һалдаттар яйлап тарҡатыла һәм тураҡлана. Мөғжизә менән ике кеше генә ҡотолоп ҡала. Тап шулар ҡурҡыныс хәбәрҙе еткерҙеләр ҙә инде.

Куц И. Ф. Годы в седле// М.: «Воениздат», 1964. — 152 с. (Военные мемуары) / Литературная редакция О. М. Иванова

Колесов хәрби ғәмәлдәрҙе яңырта, әммә әмир Бохара халҡын большевиктарға ҡаршы күтәрә. Ваҡиғалар шаһиты хәтерләүенсә, «әле кисә генә беҙгә ҡаршы Әлимхан армияһы һәм бер нисә йөҙ дини фанатиктар ҡаршы торһа, хәҙер уларға меңдәрсә бохаралылар ҡушылды». .Бохара ғәскәрҙәре Ҡағандағы хәрби частаргә һөжүм яһай. Большевиктарҙың хәлен шулай уҡ тимер юлдарын Бохара хөкүмәте алдан уҡ тимер юлдарын ҡыйратып ҡуйыуы ҡатмарлаштыра, ошо айҡанлы яуаплы мәлдә бәрелеш урынына Мерва отряды килеп етә алмай (Ҡаракүлдә туҡтап ҡала), шулай уҡ ташкенттан боеприпастар менән эшелон да килеп етмәй.

Артабанғы көрәште алып барыу мәғәнәһеҙ булғанын аңлаған Колесов Сәмәрҡәнд — Ташкент йүнәлешендә сигенергә мәжбүр була, ғәскәрҙәр менән берлектә Ҡаған халҡын (башлыса европалылар) эвакуациялай. Походта ҡатнашыусы хәтирәләренән: «Вагондарға тыңҡыслап ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, балалар тулдылар. Улар үҙҙәре менән кәрәк-яраҡты һөйрәй. Үлем хәүефе янағандарҙың барыһы ла беҙҙең менән китергә йыйына ине». Сигенеү өлөшләтә ҡыйратылған тимер юлынан бер нисә көн дауамында бара. Эшелондарға әленән-әле Бохара ғәскәрҙәре һөжүм итә. Иң төп проблемаларҙың береһе — отрядта һыу етешмәүе. Походта ҡатнашыусы хәтирәләренән:: «Һыу запастары бик тиҙ бөтә ине. Ҡаты һыу эсеү режимы булдырылды. Чандар янына. көсәйтелгән ҡарауылдар ҡуйылды. Бында һәр ваҡыт тиерлек, балалары өсөн өҫтәмә һыу порцияһына өмөтләнеп, ҡатын-ҡыҙҙар өйкөлөшә…» Колесовтың эшелондарын Ташкенттан ебәрелгән отряд ҡотҡара, уны һул эсерҙар Колузаев,Петренко һәм Степано етәкләй.

Эшелондарға ябырылыуҙан тыш Бохара армияһы тимер юлдары буйлап ҡасабаларҙы һәм унда йәшәгән халыҡты юҡ итеү маҡсатында Төркөстан республикаһы территорияһынабер нисә рейд яһай.

Бохара хөкүмәте менән солох килешеүенә 1918 йылдың 25 мартында Ҡыҙыл Тәп станцияһында ҡул ҡуйыла[1]. Әлимхан Совет төркөстанына зыянды ҡаплау бурысын үҙ өҫтөнә ала, шулай уҡ үҙенең ҡораллы көстәрен 12 мең кешегә тиклем ҡыҫҡартыға вәғәҙәләй. Иҫке Бохараға даими рәүештә совет вәкиле тәғәйенләнә. Ҡағандан эвакуацияланған халыҡ кире ҡайта башлай.

Ошо уҡ ваҡытта Бохараның үҙендә ҡырыу ойошторола, мең ярымға яҡын йәш бухаринсылар үлтерелә. 8000 мең тирәһе кеше Бохаранан ҡаса. Эмигранттар араһында яҙыусы Садретдин Айни ҙа була. Еңелеү ҡаты баҫтырыу, үлем менән янауҙар һәм эмиграция йәш бухаринсыларҙы большевиктарға этәрә, уларҙың бер өлөшө яңыраҡ ҡына ойошторолған Бохаракомпартияһына инә. 1918—1919 йылдарҙа Ходжаев. Ф. РСФСР-ҙың Сит ил Халыҡ Комиссариатында эшләй һәм Мәскәүҙә йәш бухаринсылар бүлексәһен булдыра, ә 1920 йылда Ташкентта ҡайтҡас — Үҙәк йәш бухаринсылар-революционерҙарпария бюроһын.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В историю этот договор вошел, как Кизыл-тепинское соглашение.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]