Эстәлеккә күсергә

Коломбо Бартоломе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Бартоломе Коломбо
Информация
Тыуа 24 август 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат 1989
Гражданлығы
Позиция һаҡсы
Карьера
Клуб карьераһы*
19??—1937 Флаг Аргентины (1812—1985) Архентинос Хуниорс
1937—1947 Флаг Аргентины (1812—1985) Сан-Лоренсо 236 (0)
Флаг Аргентины (1812—1985) Атланта Архентинос
Флаг Аргентины (1812—1985) Химнасия и Эсгрима
1949 Флаг Аргентины (1812—1985) Альмагро
Йыйылма командаһы**
Флаг Аргентины (1812—1985) Аргентина 17 (0)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Аргентина 1937
Алтын Чили 1941
Алтын Чили 1945

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Бартоломе Коломбо (исп. Bartolomé Colombo) — Аргентина футболсыһы, һул һаҡсы.

Бартоломе Коломбо «Архентинос Хуниорс», «Сан-Лоренсо», «Атланта Архентинос», «Химнасия и Эсгрима» һәм «Альмагро» клубтары өсөн сығыш яһай. Карьераһының иң яҡшы йылдары «Сан-Лоренсо» командаһы составында үтә. Был команда өсөн ул 1937 йылдың 11 апрелендә «Расинг» менән матчта үҙенең дебют уйынын уйнай. «Сан-Лоренсо» өсөн ул 10 йыл сығыш яһай. Барлығы 236 уйын үткәрә, уның составында 1946 йылда Аргентина чемпионаты еңеүсеһе була[1].

Футбол буйынса Аргентина йыйылма командаһы составында Коломбо 17 уйын үткәрә, бер генә гол да индермәй. 1937 йылда ул Аргентина юниорҙар клубы уйынсыһы булараҡ Copa América турнирында ҡатнаша һәм Перу һәм Уругвайға ҡаршы ике матчта уйнай, икеһендә лә Селестино Мартинесҡа алмашҡа сыға. Был турнирҙа Аргентина Көньяҡ Америка чемпионы титулын яулай[2]. 1941 йылда Коломбо «Сан-Лоренцо-де-Альмагро» командаһы уйынсыһы булараҡ Copa América турнирында ҡатнаша һәм 4 уйындың икеһендә - Эквадор менән Уругвайға ҡаршы уйындарҙағына уйнай. Был юлы ла Аргентина Көньяҡ Америка чемпионы титулын яулай[3]. Шул уҡ команда составында 1945 йылда ул тағы ла Copa América турнирында ҡатнаша һәм бөтә алты уйында ла уйнай[4]