Колорадо ҡуңыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колорадо картуф ҡуңыҙы
Leptinotarsa fg01.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Leptinotarsa decemlineata Say, 1824

Таралышы
изображение

     Ҡуңыҙҙың барлыҡҡа килеү райондары       Каруфтың барлыҡҡа килеү райондары

     Ҡуңыҙҙың хәҙерге ваҡыттағы таралышы
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Колорадо картуф ҡуңыҙы[1] (лат. Leptinotarsa decemlineata) — япраҡ ашаусы ҡуңыҙҙар(япраҡҡуңыҙҙары) ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Ҡуңыҙҙар һәм уның ҡурсаҡтары эт ҡарағаты һымаҡтарҙың япраҡтары менән туҡлана. Картуф, томат, физалис, баклажан, тилебәрән, һирәгерәк — тәмәке плантацияларын үҙ итеп, ауыл хужалығына зыян килтерә.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Европала (Британия утрауҙары һәм Скандинавия ярымутрауынан башҡа) һәм Азияның көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостандың бар биләмәһендә таралған.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәүҙәһе ҡабарынҡы, ата бөжәктең оҙонлоғо 7—10 мм, инә — 9—12. Төҫө ҡыҙғылт һары, һирәгерәк һары‑көрән. Башы һәм арҡаһының алғы өлөшө ҡара таплы. Ҡанаты йоҡа, алһыу, өҫкө ҡанаты асыҡ төҫтә, 10 буй һыҙатлы. Мыйығы 12 быуынтыҡлы. Йомортҡалары асыҡ йәки ҡыҙғылт һары, оҙонса овал формаһында, оҙонлоғо 0,8—1,4 мм, картуф япрағының аҫҡы яғына һала. Йәш балағорто һоро, өлкәне — ҡыҙғылт һары. Кәүҙәһе йәбешкәк, тығыҙ, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, һирәк төклө, өлкән балағорттоң оҙонлоғо 16 мм тиклем. Уңай шарттарҙа 3—4 көн эсендә үҫә. Тупраҡта ҡурсаҡлана, ҡурсаҡ фазаһы 8—14 көн дауам итә. Йылына 1—2 быуын үҫә. Өлкән бөжәк тупраҡҡа тәрән күмелеп ҡышлай. Көндөҙ әүҙем.

Картуфтың һәм башҡа эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япрағы һәм һабағы менән туҡлана, культуралы үҫемлектәр ҡоротҡосо.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 161. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Амирханов Д. В., Беньковская Г. В., Мигранов М. Г. Пиретроиды и ингибиторы синтеза хитина в борьбе с колорадским жуком. Уфа, 1991.
  • Колорадский картофельный жук, Leptinotarsa decemlineata Say. Филогения, морфология, физиология, экология, адаптация, естественные враги. — М.: Наука, 1981. — 375 с.
  • Колорадский жук и меры борьбы с ним. Сб. 1—2. — М., 1955—58.
  • Яковлев Б. В. Колорадский картофельный жук. — Рига, 1960.
  • Экология и физиология диапаузы колорадского жука. Сб.. — М., 1966.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]