Комсомол тыҡрығы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Комсомол тыҡрығы
Таганрог
Фотография
Мариинская гимназия, 2013 г.
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Элекке исемдәре

Оло Кампенгаузен тыҡрығы

Оҙонлоғо

2050 м

Почта индексы

347900, 347935

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да

Комсомол тыҡрығы — Таганрогтың үҙәк тарихи өлөшөндәге тыҡрыҡ.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр урамы һәм Ломакин урамдары араһынан үтә[1]. Оҙонлоғо 2050 м.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элекке исеме — Оло Кампенгаузен тыҡрығы.

2013 йылдың майында Комсомол тыҡрығының үҙәк өлөшөндә, Александр урамы һәм Үҙәк баҙар араһында, Мария гимназияһы ҡаршыһындағы сквер, ҡойма менән уратып алына[2]. Ҡала думаһы депутаты Алексей Головинға ҡараған буласаҡ сауҙа кибеттәре фундаментын төҙөү өсөн соҡорҙар ҡаҙылған булған. Төндә урындағы халыҡ ҡойманы емерә[3][4]. 7 майҙа КПРФ-тың урындағы бүлексәһе активистары скверҙа, фундамент өсөн тәғәйенләнгән соҡорҙарға ағас: тал, йүкә, сауыр үҫентеләре ултырталар. Асыҡланыуынса, Головиндың скверҙа төҙөлөш инициативаһы законһыҙ, тейешле рөхсәт рәсмиләштерелмәгән була[5].

Комсомол тыҡрығында урынлашҡан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. П. Чехов исемендәге гимназия № 2 (2013 йыл һүтелә)[6]. Гимназияның Александр урамына сыҡҡан спорт залы бинаһы Комсомол тыҡрығының иң башында урынлашҡан.
  • Мария гимназияһы — Комсомол тыҡрығы һәм Чехов урамы мөйөшө (Чехов урамы, 104)[7].
  • «Архиерей йорто» — Комсомол тыҡрығы һәм Чехов урамы мөйөшө (Чехов урамы, 129)[8].
  • Ф. П. Покровский йорто
  • «Автоград» үҫмерҙәр автомәктәбе— Комсомол тыҡрығы, 86-а.

«Антей» балалар кинотеатры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылда Комсомол тыҡрығындағы скверҙә, 15-се урта мәктәп ҡаршыһында, иҫәптән төшөрөлгән Ан-10А (з/н 0402301) пассажир самолеты урынлаштырып, унда «Антей» балалар кинотеатры ойошторола[9].

Комсомол тыҡрығында, самолеттың ҡойроҡ өлөшө менән йәнәш ҡуйылған кинотеатрҙың билет кассаһы, төшөрөлгән йыһан аппараты формаһында була. Кинотеатр бер нисә йыл, 1980-се йылдар башына тиклем эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Комсомольский бульвар (Таганрог)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 94.
  2. Неводов Р. В Таганроге состоялись посадки // Первая народная газета. — 2013. — 27 мая.
  3. Кобяков О. Обращение к жителям города // Первая народная газета. — 2013. — 27 мая.
  4. Фридман А. Таганрожцы встали на защиту родной земли // bogudonia.ru. — 2015. — 13 ноября.
  5. Собств. корр. Сквер на Комсомольском в Таганроге могут застроить ларьками // donday-taganrog.ru. — 2015. — 11 ноября.
  6. Верготи В. Всё ненужное на слом… // vergoti.livejournal.com. — 2013. — 4 ноября.
  7. Левашова М. Н. Мариинская гимназия // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 475.
  8. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 59.
  9. Горский В. Кинотеатр… приземлился в переулке // Таганрогская правда. — 1976. — 26 июня.