Эстәлеккә күсергә

Кондор осошо (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кондор осошо
Атамаһы El cóndor pasa
Производная работа El condor pasa[d]
Сәнғәт формаһы инструментальная музыка[d]
Башҡарыусы/артист Los Incas[d]
Әҫәрҙең теле һүҙһеҙ көй[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 1913
Композитор Даниэль Аломиа Роблес[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
Музыка создана для El cóndor pasa…[d]
 Кондор осошо Викимилектә
Перу коллективы Токио урамында «Кондор осошо» көйөн уйнай

«Кондор осошо» (исп. El Cóndor Pasa) — ошо уҡ исемле сарсуэланан йыр, Перу композиторы Даниэль Роблес 1913 йылда Анд халҡының традицион халыҡ көйҙәре мотивына ижад иткән.

1960-сы йылдарҙа Los Incas төркөмө «Кондор осошо» менән Парижда сығыш яһай, унда көйҙө Пол Саймон ишетеп ҡала һәм үҙенең һүҙҙәренә үҙ версияһын яҙа. Йыр Саймон һәм Гарфанкелдың 1970 йылда «Bridge Over Troubled Water» исемле альбомында сыҡҡандан һуң киң билдәле булып китә, альбомда көй «El condor pasa (Could If I)» исеме аҫтында сыға.

Пол Саймон йырҙың халыҡ йыры булыуында шикләнмәй, әммә альбом сыҡҡандан һуң Даниэль Роблестың улы атаһының йырға авторлыҡ хоҡуҡтарын иҫбатлай. «Кондор осошо» йырының варианттары төрлө телдәрҙә бар һәм төрлө төркөмдәр һәм башҡарыусылар репертуарына ингән. Шул иҫәптән, башҡорт ҡурайсылары репертуарында ла был көй лайыҡлы урын алған[1].

2004 йылда «Кондор осошо» йыры Перуның милли ҡаҙанышы һәм мәҙәни мираҫы тип таныла.

  • «Кондор осошо» көйөн тыңлағандан һуң йырсы һәм музыкант Александр Барыкин 1987 йылда үҙенең «Гөлләмә» хитына инеш фолк солоһын яҙа[2].
  1. YouTube сайтында Видео Расуль Карабулатов - Кондор осошо
  2. YouTube сайтында Видео «El Cóndor Pasa» Даниэль Роблес, курай Азат Бикчурин, скрипка Марат Садриев
  3. YouTube сайтында Видео Leo Rojas - El Condor Pasa (Videoclip)
  1. YouTube сайтында Видео Расуль Карабулатов - Кондор осошо
  2. Александр Барыкин — «Букет» (1987). История песни 2018 йыл 24 декабрь архивланған.