Эстәлеккә күсергә

Константин һәм Елена сиркәүе (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ҡорамы
Константин һәм Елена сиркәүе
Файл:Константин һәм Елена сиркәүе.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы Урыҫ Православие Сиркәүе 
Архитектура стиле Ретроспективизм
Проект авторы Василий Николаевич Куликов
Төҙөлөшө 19061909 йылдар
Бөгөнгө хәле эш итеүсе

1909

Константин һәм Елена сиркәүе— Новочеркасск ҡалаһындағы Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡараған православие сиркәүе.

Адресы: Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Сенная майҙаны.

Константин һәм Елена ғибәҙәтханаһы Новочеркасскиҙә 1864 йылда иҫкергән полк сиркәүен алмаштырып ағастан төҙөлгән, 1909 йылда изгеләндерелгән. Ағас бина тиҙ генә иҫкергәнлектән, уның урынына яңы сиркәү һалырға булғандар. Константин һәм Елена мәхәлләһе кешеләре аҡса йыйғандар. Буласаҡ сиркәүҙең урыны 1906 йылдың 5 мартында изгеләндерелгән[1]. Яңы йортто һалыуға 15 мең 648 һум аҡса сыҡҡан[2]. Константин һәм Елена ғибәҙәтханаһы 1909 йылдың 10 майында кафедраль протоиерей Василий Петров тарафынан фатиха алып изгеләндерелгән. Был сиркәү өс тәхетле: урталағыһы Изге Рух хөрмәтенә, һул яҡтағыһы апостолға тиң Константин һәм уның әсәһе Елена хөрмәтенә, уң Изге Николай Чудотворец Мир-Ликийскийға бағышланған.

1930-се йылдарҙа сиркәү ябылған, 19701990 йылдарҙа сиркәү хеҙмәт иткән. 1990-сы йылдарҙа сиркәү реставрацияланған, уның башындағы тәреләр яңынан алтын менән ялатылған, эсендә ғибәҙәт ҡыла башлағандар. 2005 йылда сиркәүҙең подвалы һәм яғыулыҡ бүлмәһе капиталь ремонтланған.

2003 йылда Ростов һәм Новочеркасск архиепискобы Константин һәм Елена сиркәүенә ҡараған Изге кенәз Димитрий Донской хөрмәтенә Казачьи Лагери хәрби ҡасабаһындағы мәхәллә кешеләре көсө менән төҙөлгән бәләкәй сиркәүҙе изгеләндергән.

2007 йылда ғибәҙәтхананың ҡыйығы, яғыулыҡ бүлмәһе, ярҙамсы биналар ремонтланған, иҙәне яңынан йәйелгән, евхаристика (дини ритуалдар үткәреү) өсөн ҡулланылған һауыт-һабалар алтын менән ялатылған, улай уҡ тәхеткә һалынған Инжилдың (Евангелиеның) өҫтө лә яңыртылып, алтын менән ялатылған.

2008 йылда көмбәҙ барабаны металл пластиклы тәҙрәләр менән ҡапланған. Йортҡа газ индерелгән.

Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙә ике профессиональ сиркәү хоры, йәкшәмбе мәктәбе, сәнғәт студияһы эшләй, даими рәүештә сиркәү байрамдарына тура килтерелеп мәҙәни саралар үткәрелә, спектаклдар, хәйриә йәрминкәләре, концерттар ойошторола.

  1. «Донские Епархиальные Ведомости», 1906 г., № 8, неоф. отд. с. 224
  2. Храм Константина и Елены в г.