Континент-ара дерби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Континент-ара дерби
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Төркиә
Урын Истанбул
Ваҡиға ваҡыты 6 ноябрь 2002
Команда-участница Фенербахче[d] һәм Галатасарай[d]
 Континент-ара дерби Викимилектә

Континент-ара дерби (төр. Kıtalararası DerbiKıtalararası Derbi) — «Фенербахче» һәм «Галатаһарай» араһындағы теләһә ниндәй футбол матчы атамаһы (Истанбулдың азия һәм европа өлөшөнән ике төп төрөк командаһы)[1][2][3][4]. Шулай уҡ был ҡапма-ҡаршылыҡ Мәңге көндәшлек (төр. Ezelî RekabetEzelî Rekabet) булараҡ билдәле. Шулай уҡ ике дәғүәсе лә төрөк футболы тарихында иң уңышлы клуб[5].булған. Был дерби быуаттан ашыу йәшәй инде һәм иң сағыу һәм килешмәүсән, йыш ҡына донъялағы иң аяуһыҙ һәм йола булараҡ бик күп һандағы тамашасыны йәлеп иткән һәм ил буйынса ике команданың да ярҙамын тойған дербиҙың береһенә әйләнә[6]. 2009 йылдың сентябрендә британия Daily Mail гәзите «Фенербахче — Галатаһарай» дербийын барлыҡ замандарҙың иң ҡөҙрәтле ун футбол ҡаршылығында икенсе урынға ҡуйҙы[7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Фенербахче» һәм «Галатһарай» 1913/14 йй. миҙгелендә
1913/14 миҙгелендә Унион клуб майҙанында командалар матчы

Ике команда араһында беренсе иптәштәрсә уйын беренсе булып, 1909 йылдың 17 ғинуарында, йәкшәмбе, үткән. Папазын Чайыры майҙанында, хәҙерге Фенербахче Шөҡрө Саражоғлу стадионы урынында үткән матч «Галатаһарай» файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланды. «Фенербахче» Истанбул футбол лигаһының дүртенсе уйын аҙнаһында, 1914 йылдың ғинуарында, йәкшәмбе көн, «Галатаһарай»ҙы 4:2 иҫәбе менән тәүге тапҡыр еңде.

2003 йылдың 21 сентябрендә ике клуб үҙҙәренең ҡапма-ҡаршы тороу тарихында тамашасының эркелеп килеүе шарттарында Төрөк суперлигаһы сиктәрендә матч үткәрә. Тиң иҫәп менән тамамланған (2:2) уйынға 71 334 кеше килә. Дербиҙа иң ҙур еңеү «Галатаһарай» тарафынан 7:0 иҫәбе менән яуланды. Был уйын 1911 йылдың 12 февралендә 1910/1911 Истанбул футбол лигаһының алтынсы аҙнаһы сиктәрендә үткәрелде[8][9][10]. «Фенербахче»ның иң ҙур еңеүе иһә, «Галатаһарай» 0:6 иҫәбе менән тар-мар ителгәндә, «Фенербахче» аҙсылыҡта булып та, дүрт гол индергәдә, 2002 йылдың 6 ноябрендә, теркәлгән[11].

«Төрккулюбю»: «Галатһарай» һәм "Фенербахче"ны берләштереү идеяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йылда клуб ветерандары араһындағы матч.

Лиганың беренсе уйындары Төркиәлә, Истанбулда 1904 йылда үтте. Башта был лига Истанбул футбол лигаһы тип атала. Унда «Кади-Кёй», «Мода», «Элпис» «ХМС Имогене» командалары ҡатнашҡан. Тора Улар Төркиәлә йәшәгән инглиз, грек һәм әрмән аҙсылығы вәкилдәренән торған. «Галатһарай» миҙгел лигаһы ҡушыла. «Галатһарай» лигаға 1906/07 миҙгелендә, ә «Фенербахче» — 1909/10 миҙгелендә, ҡушылған. 1911/12 миҙгелендә «Галатһарай» ҡатнашмаған һәм «Фенербахче»ға үҙ футболсыларын: Әмин Бюлент Сердароғлу Мөхәммәдәминде, Йәләл Ибраһим һәм башҡа икәүҙе «Страгглерс» командаһына ҡаршы матчҡа ҡуртымға биреп торған. «Фенербахче» был тәҡдимде ҡабул итмәй. 1912 йылда «Галатаһарай» президенты Али Сами Ен һәм «Фенербахче» президенты Галип Ҡолаҡсызоғлу кәңәшмә үткәреп, протокол төҙөйҙәр һәм лигалағы төрөк булмаған командаларға ҡаршы көслө төрөк командаһын һайларға һөйләшәләр. Быға ярашлы, яңы клуб «Төрккулюбю» (төр. TürkkulübüTürkkulübü), тип аталырға тейеш ине, уның формаһы тотош аҡ һәм ҡыҙыл йондоҙло булырға тейеш. булған. Бынан тыш, улар музей ойошторорға ҡарар итә. 1912 йылдың 23 авгусында улар Халыҡ-ара олимпия комитетының Ғосман секцияһына петиция бирәләр. 1913 йылғы Икенсе Балҡан һуғышы арҡаһында командаларҙың берләшеүе барып сыҡмай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 585 milyon liralık kıtalararası derbi</noinclude> (төрк.). Hürriyet. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
  2. Kıtalararası derbi</noinclude> (төрк.). Fotomaç. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
  3. A burning hatred. ESPN. Дата обращения: 28 ноябрь 2018. 2013 йыл 8 февраль архивланған.
  4. Kıtalar Arası Derbi – Fenerbahce – Galatasaray (нем.). derbys.org. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
  5. Turkey - List of Champions. RSSSF. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
  6. poll made by bilyoner.com 2012 йыл 22 июнь архивланған.
  7. THE LIST: The greatest rivalries in club football, Nos 10–1. Mail Online. Дата обращения: 28 ноябрь 2018.
  8. mackolik.com website 2018 йыл 22 октябрь архивланған.
  9. NTVMSNBC Website
  10. Hurriyet Newspaper Archive 2014 йыл 14 декабрь архивланған.
  11. Turkish Football Federation website

Ҡалып:ФК Галатасарай Ҡалып:ФК Фенербахче