Копаида

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копаида
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Кифисос[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Кифисос[d]
Кем хөрмәтенә аталған Копы[d]
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Беотия[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 95 метр
Урынлашыу картаһы
Карта
 Копаида Викимилектә

Копаида, йәки Копаис (бор. грек. Κωπαΐς; грек. Κωπαΐδα) — элекке күл, хәҙер Беотиялағы тигеҙлек, үҙәк Греция. 19-сы быуат аҙағында киптерелә. Элекке күлдең уртаһындағы утрауҙа мегалитик цитадель бар, хәҙер ул Гла атамаһы аҫтында билдәле, уның боронғо исеме лә билдәһеҙ. Атап әйткәндә, уның Гомер тасуирлаған Арне ҡалаһы булыуы ихтимал .

Киптереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Британияның Lake Copais Company компанияһы земснаряды

Күл булған саҡта уның ярҙарында Галиартос, Орхоменос һәм Херония ҡалалары урынлаша. Күлгә Кифисос, Термессус һәм Тритон йылғалары ҡоя. Күл тирәләй уңдырышлы баҫыуҙар урынлашҡан була, әммә улар йыш ҡына һыу аҫтында ҡала. Шуға ла күл тирәләй ҙур ғына һаҙлыҡ хасил була, һәм ул биҙгәк сиренең таралыуына булышлыҡ итә. Ошо кире эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн, шулай уҡ һөрөнтө ерҙәр майҙанын арттырыу маҡсатында, Британияның Lake Copais Company компанияһы инженерҙары 1867—1887 йылдарҙа, күл һыуын Кифисос йылғаһына һәм артабан Илики күленә бороп ағыҙыу өсөн, каналдар төҙөй башлай. 200 кв. километрға яҡын майҙан киптерелә. Территория оҙаҡ ҡына ваҡыт Lake Copais Company компанияһы милкендә була, грек 1952 йылда грек хөкүмәтенә тапшырыла[1][2].

1957 йылда күлдең дренажын контролдә тотоу һәм яңы юл төҙөү өсөн The Kopais Lake Agency махсус агентлығы булдырыла. Шул уҡ йылда төп эштәр башҡарыла, әммә 30 хеҙмәткәре булған агентлыҡ, шул иҫәптән агентлыҡ президентының шәхси водителе 2010 йылға тиклем үҙ эштәрен башҡарыуҙы дауам итә[3].

Күлде киптергәнгә тиклем уның һыуы күп һанлы ер аҫты каналдары буйлап диңгеҙгә ағып ағып төшөр була. Был каналдарҙың ҡайһы берҙәрен кешеләр төҙөгән булырға тейеш, тип яҙа 1-се быуаттың географы Страбон.[4]. Хәҙерге заман археологик тикшеренеүҙәре барышында беҙҙең эраға тиклем 14-се быуатта ҡаҙылған ғәйәт ҙур каналдар табыла, улар күл һыуын диңгеҙгә, төньяҡ- көнсығышҡа табан ағыҙыу өсөн ҡаҙылған була[1][5]. Страбон был каналдарҙың Александр Македонский заманында Кратет[en] (бор.грек. Κράτης) исемле инженер тарафынан үтәлеүен билдәләй.

Антик мифология һәм әҙәбиәттә Копаида[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Беотия картаһы

Гомер һәм башҡа антик авторҙар Копаиданы Кифисос (Кефис) йылғаһы атамаһы буйынса «Кефис күле» тип атай[6][7]. Әммә Страбон, был шиғри аңлатма Фива һәм Анфедон араһында ятҡан бәләкәйерәк күл Иликаға ҡарата әйтелгән, тип иҫәпләй[8].

Шундай бер риүәйәт бар: Геракл Кифисос йылғаһын плотина менән быуа, һөҙөмтәлә ҙур майҙанда һыу ятҡылығы — күл хасил була.[9][10] Полиэн быны түбәндәгесә аңлата: Орхоменостың минийҙары менән һуғышҡанында Геракл дошмандың юлын киҫеү өсөн шул плотинаны быуа, сөнки һыбай оҫта һуғышҡан минийҙар ҙур хәүеф менән янай. Минийҙар һуғышҡанда аттарын файҙалана алмаһын өсөн Геракл күл булдырырға ҡарар итә[11].

Тағы ла бер легенда буйынса күл мифик зат Огиг заманында булдырылған, һөҙөмтәлә Огиг ташҡыны барлыҡҡа килгән[12].

Сәйәхәтсе Павсаний һәм комедиограф Аристофан, боронғо заманда Копаида йылан балыҡ менән дан тотҡан, тип билдәләй. [13][14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 «Buildings of the Installations of Copais Company» (инг.), информация с сайта министерства культуры Греции
  2. «Mycenaean Gla» (инг.)
  3. The 'Atimorisia' Illness: Greece's Toothless Battle against Corruption  (инг.), Spiegel Online.
  4. Страбон 9.2.18.
  5. «Technology in Ancient Greece» (инг.)
  6. Например, Илиада 5.708.
  7. Павсаний 9.24.1 прямо говорит об этом.
  8. Страбон 9.2.20.
  9. Диодор Сицилийский 4.18.7.
  10. Павсаний 9.38.7.
  11. Полиэн Strategemata 1.3.5.
  12. Oskar Seyffert, A Dictionary of Classical Antiquities, Revised and edited by Henry Nettleship and J.E. Sandys, New York: Meridian Books, 1956.
  13. Павсаний 9.24.2.
  14. Аристофан Acharnians 880.