Корела (ҡәлғә)
Корела | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Приозерск |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Приозерск[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт | lenoblmus.ru/museums/muz… |
Указания, как добраться | Ленинградское шоссе, 3 |
Корела Викимилектә |
Корела (фин. Käkisalmi — кукушкин боғаҙы, швед. Kexholm — кукушкин утрауы) — таш ҡәлғә. Приозерск ҡалаһында, Вуокса йылғаһы утрауында урынлашҡан, Карел муйыны тарихында ҙур роль уйнаған ҡәлғә. Әлеге ваҡытта ҡәлғәнең һаҡланып ҡалған биналарын «Корел ҡәлғәһе» тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы биләй.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корела урта быуаттарҙа Рустың иң төньяҡ-көнбайышындағы ҡалаһы[2]. XIII һәм XIV быуаттар сиктәрендә ҡәлғәғә новгородлылар һәм карелдар Узерв (Вуокса) йылғаһындағы утрауҙа республиканың төньяҡ-көнбайыш сиктәрен шведтарҙан һаҡлау өсөн төҙөлгән. 1310 йылда төҙөлгән ҡаланың ағас йорттары 50 йылдан һуң көслө янғында һәләк булған, «осташася городчане только душами», йәғни ҡала кешеләре тере йән генә булып тороп ҡалған[3]. XIV быуатта Корела, 6 мең квадрат метр майҙанды биләп, йөҙ бүрәнә йорттан торған, ә уның халҡы 300 кешенән тора. Ҡала халҡы балыҡсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән, шулай уҡ христиан динен тотҡан[4] .
1710 йылда, Төньяҡ һуғышында ҡәлғә рус ғәскәре тарафынан шведтар ҡулынан тартып алына, әа 1808—1809 йылдарҙа ҡәлғә үҙенең сик һаҡлай әһәмиәтен юғалта.
XVIII—XIX быуатта ҡәлғә төрмә тотҡондары өсөн хеҙмәт итә (мәҫәлән, бында Емельян Пугачевтың ғаиләһе һәм декабристарҙың ғаиләләре тотҡонлоҡта тора).
ХIХ быуат аҙағында ҡәлғә Бөйөк Финляндия кенәзлеге составында тора. 1917 йылдың декабрендә ул Кякисалми тип үҙгәртелә. Финляндия составында иҡтисади күтәрелеш кисерә: тимер юл булдырыла фин һәм рәсәй ҡалалары араһында, яңы ағас бысыу заводы, шулай уҡ Вальдгофтың эре целлюлоза заводы барлыҡҡа килә. 1930 йылдың декабрендә ҡалала лютеран кирхаһы төҙөлә.
19 март 1940 йылда, «Ҡышҡы һуғыш» тамамланғандан һуң, ҡала биләмәһе һәм тирә-яғы СССР составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң ике ай үткәс, 21 август 1941 йылда, ул тағын да фин ҡалаһы була. 24 сентябрҙә, 1944 йылда, ҡала тулыһынса совет ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына.
1948 йылдың йәйендә иҫке ҡәлғә территорияһында археологик ҡаҙыу эштәре башлана. Ошо уҡ йылдың октябрендә Кякисалми Приозерск тип үҙгәртелә. 1960 йылдың авгусында Корела ҡәлғәһен реставрациялау башлана, ә 17 июндә, 1962 йылда, ҡәлғә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тип атала. 1988 йылдың 25 июлендә 1788 йылдағы Кексгольм гербы Приозерск ҡалаһы гербы сифатында раҫлана.
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь. 1996 йыл. Корела ҡәлғәһе диуарҙары янында режиссер Алексей Балабановтың «Брат» кинофильмының эпизодтары төшөрөлгән.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Кирпичников А. Н. Башня посадника Якова в средневековой Кореле . Дата обращения: 26 март 2018.
- ↑ Новгородская первая летопись, с. 22-23 и 367.
- ↑ Археологические раскопки 2019 йыл 12 декабрь архивланған.