Эстәлеккә күсергә

Коротаева Лариса Валерьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коротаева Лариса Валерьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Һыуыҡҡул-Михайловка, Яңы Ҡарамалы ауыл советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы

Коротаева Лариса Валерьевна (1 ғинуар 1974) — тел белгесе, диалектолог, филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2011)[1].

Лариса Валерьевна Коротаева 1974 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Миәкә районы Һыуыҡҡул-Михайловка ауылында тыуған.

Тәүге белемен тыуған ауылындағы мәктәптә ала.

1996 йылда И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре сыуаш теленең диалектологияһына, лексикологияһына, сыуаштарҙың календарь йолаларына һәм байрамдарына арналған.

165-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Рәсәй гуманитар ғилми фонды башланғысында «Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының фольклор-диалектика атласы» (2015—2017) проекты етәксеһе.

2008 йылдан Сыуашстан милли сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы.

Фонетическая и лексическая системы говоров приуральских чувашей Башкортостана. Опыт сравнительно-­исторического анализа. Стерлитамак, 2009

Календарно-­обрядовый фольклор чувашей Башкортостана. Стерлитамак, 2016 (в соавт.)

Чувашская диалектология. Чувашское народное творчество. Лингвокультурология. Стерлитамак, 2016 (в соавт.)[2].

Коротаева Лариса Валерьевна