Косово Милли китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово Милли китапханаһы
Нигеҙләү датаһы 1944
Рәсем
Дәүләт  Косово[1]
Административ-территориаль берәмек Приштина[1]
Урын Приштина
Ойошма ағзаһы Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][2]
Архитектор Andrija Mutnjaković[d]
Архитектура стиле брутализм[d][3]
Мираҫ статусы Cultural heritage monument of Kosovo[d][1]
Адрес Трг Хасан Приштина
Рәсми сайт biblioteka-ks.org
Вид в ночное время
Зимнее изображение
Карта
 Косово Милли китапханаһы Викимилектә

Косово Милли китапханаһы (алб. Biblioteka Kombëtare e Kosovës; сер. Kosova Narodna biblioteka / Косово халыҡ китапханаһы) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһындағы юғары китапхана учреждениеһы, илдең баш ҡалаһы Приштинала урынлашҡан.

Китапхананың төп миссияһы — Косовоның документаль һәм интеллектуаль мираҫын йыйыу, һаҡлау, үҫтереү, аңлайышлы һәм теләгән һәр кешегә алып уҡыу уңайлы булыуын тәьмин итеү. Китапхана шулай уҡ күргәҙмәләр үткәрә, милли гәзиттәрҙең архивтарын һаҡлай һәм башҡа ҡайһы бер хеҙмәттәр тәҡдим итә. Милли китапхана уникаль тарихы һәм бинаһының уникаль стилдә булыуы менән дә танылыу алған. Проекттың авторы — хорват архитекторы Андрия Мутнякович.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китапхана эшенең тарихы XIV—XV быуаттарға барып тоташа[4]. Мосолман һәм христиан дини общиналары коллекциялары Косовоның иң боронғо китапхана архивтары тип һанала[5].

Косово институциональ китапханаһы 1944 йылдың декабрендә ул ваҡытта баш ҡала ролен үтәгән Призрен ҡалаһында рәсми рәүештә асыла[6].

1982 йылда китапхана Югославияның Косово автономиялы крайының баш ҡалаһы Приштинала төҙөлгән хәҙерге бинаға күсә.

Күп йылдар дауамында сәйәси хәл үҙгәрешенә һәм төбәктең ҡайһы илгә ҡарауына бәйле Милли китапхананың исеме лә үҙгәреп тора.[7]

Йыл Исеме
1944-1952 Косово автономиялы провинцияһының төбәк китапханаһы
1956-1961 Косово автономиялы провинцияһының һәм Метахияның китапхана үҙәге
1961-1970 Милли провинциаль китапхана
1970-1990 Косово милли һәм университет китапханаһы
1990-1999 Косово һәм Метахияның милли һәм университет китапханаһы
1999-2014 Косово милли һәм университет китапханаһы
2014 — ағымдағы Косово Милли китапханаһы





1989—1999 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989—1999 йылдарҙа Косовоға бик ауырға тура килә, Югославия властары, уларҙы сербтарҙың хуплауынан файҙаланып, крайҙың автономияһын юҡҡа сығара. Албандарҙы эш урынынан күпләп бушата, албан студенттары һәм уҡытыусылары Приштина университетынан ҡыуыла.

Албан-серб конфликты барышында сербтар тарафынан күп кенә халыҡ өсөн асыҡ һәм шәхси китапханалар яндырала һәм юҡҡа сығарыла. Край халҡының 90 процентын тәшкил иткән албандарға Милли китапхананың хатта тупһаһы аша атлап үтеү тыйыла. Китапхана комплексының бер өлөшө серб православ дини мәктәбенә бирелә, икенсе өлөшөн Хорватия, Босния һәм Герцеговинанан килгән серб ҡасаҡтарын ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн файҙаланалар. Албан телендәге китапхана материалдарын һатып алыу туҡтатыла[8].

НАТО-ның Косоволағы хәрби операцияһы тамамланғандан һуңЮгославия армияһының Косово Милли китапханаһы бинаһын хәрби команда һәм контролләү үҙәге сифатында файҙаланыуы асыҡлана. Һаҡланыусы мәҙәни объекттарҙы хәрби маҡсаттарҙа файҙаланыу һуғыш закондарын боҙоу булып тора. Милли китапханалағы күп кенә ҡиммәтле материалдар урланған, уҡыу залдарындағы мебель ватылған, ә карточка каталогтары подвалға ташланған. Бынан тыш, комплекс территорияһында бик күп ташландыҡ хәрби кейем-һалым, снайпер винтовкалары һәм ҡул гранаталары табыла. Тыныслыҡ урынлаштырыусы KFOR ғәскәренә бер аҙна самаһы бинала йәшереп ҡуйылған миноларҙың булыу-булмауын тикшерергә тура килә.[8].

Милли һәм халыҡ-ара ойошмалар мәғлүмәттәре буйынса, сербтар албан телендәге 100 000 тирәһе китапты Липляналағы ҡағыҙ фабрикаһына ҡайтанан эшкәрткеү өсөн ебәрә. Был китаптар араһында төбәк тарихын өйрәнеү өсөн ҡиммәтле булған милли мираҫ объекттары ла була[9].

Үҙгәртеп ороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш тамланғандан һуң китапхана бинаһында үҙгәртеп ҡороу һәм бөтә кимәлдәрҙә лә хеҙмәтләндереүҙе тергеҙеү эштәре башлана. ЮНЕСКО, Халыҡ-ара китапханалар ассоциациялары һәм учреждениелары федерацияһының] (ИФЛА) махсус эксперттар төркөмө ярҙамында башҡарыла был эштәр[10].

Махсус эксперттар төркөмө китапхана эшенә өйрәтеү буйынса төрлө программалар төҙөй[11]. Косово Милли китапханаһын үҙгәртеп ҡороу йылдарында бик күп сәйәси, йәмәғәт һәм финанс институттары, шул иҫәптән АҠШ илселеге, ОБСЕ, Цюрих Үҙәк китапханаһы, Райффайзен Банкы һәм башҡаларҙың ярҙамы тос була[7].

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косово Милли китапханаһы.

Косово Милли китапханаһының хәҙерге бинаһы 1982 йылдың 25 ноябрендә асыла. Проект авторы — хорват архитекторы Андрия Мутнякович. Ул 16 500 квадрат метр майҙанды биләй, уның зенит тәҙрәләре, төрлө ҙурлыҡтағы һәм тотоу селтәренә оҡшаш металл конструкциялар менән тулыһынса көпләнгән 99 көмбәҙе бар[7].

Бинала 300 һәм 100 урынлыҡ ике уҡыу залы, матбуғат баҫмаларының уҡыу залы, махсус коллекциялар өсөн бүлмәләр, каталог һәм тикшеренеү үҙәге, 150 урынлыҡ аудитория һәм 75 урынлыҡ конференц-зал бар. Китапхана ике миллионға яҡын берәмек китап һәм башҡа тарих өсөн ҡиммәтле материалдарҙы һаҡлай ала[12].

Китапхана фойеһы төрлө мәҙәни саралар үткәреү өсөн файҙаланыла. Иҙәндәренә мәрмәр таштан мозаика түшәлгән. Өҫтәге иң ҙур көмбәҙ залды тәбиғи яҡтыртыуға булышлыҡ итә[13]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=xk&srlang=sq&srid=3639 — 2017.
  2. https://web.archive.org/web/20230803111744/https://cdn.ifla.org/wp-content/uploads/ifla-members-and-association-affiliates_2023-07-21.pdf
  3. http://architectuul.com/architecture/national-library-in-prishtina
  4. BKUK. «65-vjet të Biblotekës Kombëtare dhe Universitare të Kosovës». 2014 йыл 1 май архивланған.
  5. Riedlmayer, Andras Libraries and archives in Kosova: a postwar report. Fine Arts Library, Harvard University. Bosnian Institute. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.
  6. BKUK (2004). «60 vjet të Biblotekës Kombëtare dhe Universitare të Kosovës». Bibloletra 3. 2014 йыл 10 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 BKUK (2009). «65-vjet të Biblotekës Kombëtare dhe Universitare të Kosovës». Bibloletra 2. 2014 йыл 1 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «автоссылка4» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  8. 8,0 8,1 Riedlmayer, Andras Libraries and archives in Kosova: a postwar report. Bosnian Institute. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «автоссылка1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  9. «» 
  10. Carsten Frederiksen, Frode Bakken (April 2000), «Libraries in Kosovo», IFLA/FAIFE Report, с. 4 
  11. Carsten Frederiksen, «Libraries in Kosovo» 
  12. Carsten Frederiksen, Frode Bakken (April 2000), «Libraries in Kosovo», IFLA/FAIFE Report, с. 23 
  13. Kosovo National Library, Prishtina, Kosovo.