Костанаевтың табыш йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Костанаевтың табыш йорто
Ҡала думаһы бинаһы һәм Костанаев йортоноң мөйөшө (һулда)
Ҡала думаһы бинаһы һәм Костанаев йортоноң мөйөшө (һулда)
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 66
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Костанаевтың табыш йорто бинаһы. Дондағы Ростовтың Оло Баҡса урамында урынлашҡан йорт (66/37)[1]. Табыш йорто XIX быуат[2] аҙағында төҙөлгән. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Костанаевтың табыш йорто Оло Баҡса урамы менән Семашко тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был бина А. А. Леонидовтың табыш йорто[3] тип билдәләнгән). Бинаның нисәнсе йылда төҙөлөүе аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә архитектура стилен анализлап ҡарағанда, ул XIX быуаттың һуңғы сирегендә төҙөлгән. Бындай типтағы биналар шул осорҙағы Ростов өсөн хас — ике ҡатлы йорт, йорттоң беренсе ҡатында сауҙа кибеттәре урынлашҡан һәм икенсе ҡатында торлаҡ бүлмәләре. Костанаев йортоноң көнбайыш стенаһына Яблоковтарҙың сауҙа йорто терәлеп тора.

Совет власына тиклем табыш йорто Костанаевтарҙың ғаилә вәкилдәре: Сергей, Матвей, Кирилл, Григорий һәм Эммануил ҡарамағында була. Бинаның беренсе ҡатын төрлө сауҙа учреждениелары ҡуртымға ала: «Гаврилов А. С. с С-ми» Сауҙа йортоноң галантерея магазины, «Бр. В. и Н. Бландовых» гастроном магазины, Дм. Смирновтың көмөш һәм алтын әйберҙәр магазины. 1914 йылдан йортта «Бережнова Г. В. и К» сауҙа йорто урынлаша.

1920-се йылдарҙа бинаның беренсе ҡатын «Алазан» ширҡәте магазины биләй. Унан аҙаҡ 8-се ҡала сауҙа кооперативы магазины, шулай уҡ пластинкалар һәм граммофондар магазины була. 1959 йыл мәғлүмәттәре буйынса беренсе ҡатында ҡала сауҙа кооперативының 8-се магазины һәм шул уҡ кооперативтың 69-сы «Уйынсыҡ» магазины, сәғәт ремонтлау буйынса оҫтахана, ювелир-гравер оҫтаханаһы урынлаша. 1990 йылда унда «Буратино» магазины һәм валюта алмаштырыу пункты урынлашҡан була.

Ростов өлкәһе Хакимиәте Башлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се һанлы ҡарары менән Костанаевтың табыш йорто, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, дәүләт һаҡлауы аҫтына алына.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 август 2013.
  2. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону, 1999. — С. 104—105. — ISBN 5-8456-0433-8.
  3. Роль здания доходного дома в жизни города. grants.rsu.ru. Дата обращения: 29 август 2013. 2004 йыл 7 ноябрь архивланған.