Костенко Тамара Николаевна
Костенко Тамара Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 март 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Хадыженск[d], Апшеронский район[d], СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Костенко Тамара Николаевна (17 март 1937 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамара Николаевна Костенко 1937 йылдың 17 мартында Краснодар крайы Апшерон районының Хадыженский ҡасабаһында тыуған, хәҙер Хадыженск ҡалаһы.
Ете синыфты тамамлағас, Ейск ауыл хужалығы техникумын «зоотехния» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Кущёвский районы «Еңеү» колхозының 2-се һөт-тауар фермаһында мөдир булып башлай. Ферманы тарҡау торошта ҡабул итеп, ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хеҙмәт ойоштороу культураһы һәм һауым буйынса алдынғылар рәтенә сығара. 1976 йылда һәр һыйырҙан уртаса 4120 килограмм һөт алына, был үткән йыл күрһәткестәренә ҡарағанда 20 килограмға артыҡ була. Дәүләткә һөт һатыуҙың йыллыҡ йөкләмәһе 1067 тонна урынына 1090 тонна сифатлы һөт продукцияһы һатыла.
СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге Указы менән, Бөтә Союз социалистик ярышында планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте, дәүләткә бойҙай һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын әҙерләүҙә һәм һатыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Костенко Тамара Николевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
КПСС ағзаһы булараҡ, КПСС-тың XXVII съезына делегат итеп һайлана. Бер нисә хеҙмәттең, шул иҫәптән «Беҙҙең ферма бөгөн һәм иртәгә» авторы була (Краснодар, Китап нәшриәте, 1979 йыл).[1]
1992 йылдан Тамара Николаевна хаҡлы ялда, Среднечубурск ауыл биләмәһендә йәшәй[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ике Ленин ордены (1973)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
- миҙалдар, шул иҫәптән СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы.
- Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).[3]
- Краснодар крайы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2002)[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трудовая слава Кубани: люди немеркнущей славы / под ред. Н. Л. Заздравных, Л. Д. Мурзиной. — 2-е изд. — Краснодар: Диапазон–В, 2006. — 188 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Костенко Тамара Николаевна — Наша ферма сегодня и завтра
- ↑ История Дома Культуры Среднечубуркского сельского поселения
- ↑ Постановление Главы администрации Краснодарского края от 09.01.1996 N 8 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник сельского хозяйства Кубани“» 2021 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ О награждении почетной грамотой администрации Краснодарского края / Постановление от 04 ноября 2002 года № 1268 2020 йыл 20 март архивланған.