Кочкуров Сергей Алексеевич
Кочкуров Сергей Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 октябрь 1963[1] (61 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Нефтсе (Ишембай), сәйәсмән |
Эш урыны | Лукойл[d] |
Биләгән вазифаһы | вице-президент[d] һәм депутат Думы Ханты-Мансийского автономного округа – Югры[d][1] |
Уҡыу йорто |
Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты[d] ӨДНТУ |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй[1] |
Кочкуров Сергей Алексеевич (25 октябрь 1963 йыл) — Лукойл компанияһы вице-президенты (2019), «Лукойл — Көнбайыш Себер» ЯСЙ-ның директоры (2012 йылдың апреленән алып), «Когалымнефтегаз» ТПП-ның элекке генераль директоры. ХМАО-ның нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Алексеевич Кочкуров 1963 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған, атаһы — Алексей Кочкуров илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенә 40 йыл ғүмерен бирә.
Сергей 3-се урта мәктәпте тамамлай. 1981—1986 йылдарҙа Өфө нефть институтының тау-нефть факультетында уҡый, һөнәре — «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» 2004 йылда Төмән нефть һәм газ дәүләт университетын тамамлай, һөнәре — «Ойошма менеджменты».
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө нефть институтынан һуң Төмән өлкәһендәге Когалым ҡалаһына ебәрелә, шунда ул «Ватьеганнефть» Нефть һәм газ сығарыу идаралығы (НГДУ) КРС-да (скважиналарҙың капиталь ремонты) быраусы ярҙамсыһы булып эш башлай. Артабан шунда уҡ мастер, нефть һәм газ сығарыу цехы (ЦДНГ) — өлкән геолог, һуңынан начальник. 2000 йылда «Повхнефть» НГДУ-на өлкән инженер итеп күсерелә.. 2002 йылда Когалымнефтегаз" ТТП-ның генераль директорының етештереү буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2003 йылда — «Покачевнефтегаз» ТПП-ның баш инженеры — генераль директорҙың беренсе урынбаҫары итеп күсерелә. 2005 йылдан "Покачевнефтегаз"ТПП-ын етәкләй. 2009 йылдың майында «Когалымнефтегаз» ТПП генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2012 йылдың апреленән башлап, «Лукойл — Көнбайыш Себер» ААЙ-нең етәксеһе. 2019 йылдың апрелендә Сергей Алексеевич Кочкуров «ЛУКОЙЛ» ПАО-ның сервис производство сервисы буйынса вице-президенты вазифаһына тәғәйенләнә.
Запастағы офицер.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
- ХМАО-ның нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы грамотаһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В.Дулов. По заслугам медаль «За заслуги»//газ. Восход, 5 сентября 2014, № 137—138 (12877-878), С.2