Крамер Марита

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крамер Марита
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австрия
 Нидерланд короллеге[d]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Австрия
Тыуған көнө 25 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (22 йәш)
Тыуған урыны Апелдорн[d], Гелдерланд[d], Нидерланд
Бер туғандары Femke Kramer[d]
Һөнәр төрө прыгун с трамплина, участник лыжного двоеборья
Спорт төрө Трамплиндан саңғыла һикереү
Ҡатнашыусы Q121009526?
Рәсми сайт austriandutchsisters.com
Победа Q121009555?
 Крамер Марита Викимилектә

Сара Марита Крамер (нем. Sara Marita Kramer; 2001 йылдың 25 октябрендә тыуа 25 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (22 йәш), Апелдорн[d], Гелдерланд[d]) — Австрияның трамплиндан һикереүсеһе, донъя чемпионы.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нидерландта тыуып, ул ғаиләһе менән Зальцбургҡа күсә. Уның апаһы Фемка ошо ҡалала биатлон менән шөғөлләнә[1] .

Марита Крамер 2015 йылда беренсе тапҡыр халыҡ-ара аренала Альп кубогы ярыштарында ҡатнаша. 2017 йылдың февралендә Донъя Кубогы ярыштарының беренсе этабында ҡатнаша, финишҡа 29-сы булып килә һәм ошо ярышда үҙенең тәүге мәрәйҙәрен туплай.

2019 йылда Юниорҙар араһында Донъя чемпионатында команда беренселегендә бронза миҙал яулай. 2020 йылда Донъя чемпионатында Обервизенталдә ул шәхси ярышта еңеү яулай, шулай уҡ ике команда ярышында (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) уңышҡа өлгәшә. 2019—2020 йылдарҙағы миҙгелдә лә уға уңыштар йылмая, ның беренсе еңеү тураһында һөйләргә тип килгән а Саппорола трамплинда Донъя кубогы ярыштарында тәүге еңеүенә өлгәшә[2].

2020—2021 йылдар миҙгелен Рамзауҙа трамплинда икенсе еңеүе менән башлап ебәрә. Был турнирҙа ул рекорд ҡуя, 96 метрға һикереүгә өлгәшә . Титизей-Нойштадттағы тағы ике еңеүҙән һуң ул 2021 йылда Оберстдорфта Донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙарҙың команда ярыштарында ла уңышлы сығыш яһай, еңеүсе титулына лайыҡ була. Австрия йыйылма командаһы составында Олимпиаданың көмөш призеры Даниэл Ирашко-Штольц, шулай уҡ Софи Соршаг һәм Кьяр Хельцль була. Һуңғы раундта Крамерҙың 104 метр алыҡлыҡҡа һикереүе Австрия командаһына 139,6 мәрәй килтерә һәм Словенияның йыйылма командаһын еңеү мөмкинлеген бирә, ә донъя чемпионы Эма Клинец ҡәҙимге трамплинда ни бары 95,5 метрға ғына һикерә.

Донъя кубогы этаптарында Чайковскийҙа үткән Донъя кубогы ярыштарында Крамер 146,5 метрға һикереп, еңеү яулай[3], йомғаҡлау зачетында өсөнсө урын яулай[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]