Красикова Екатерина Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Красикова Екатерина Фёдоровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 4 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Воронеж өлкәһе
Вафат булған көнө 21 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Воронеж өлкәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы


Красикова Екатерина Федоровна, ҡыҙ фамилияһы — Фомина (4 июль 1928 йыл, Үҙәк ҡара тупраҡлы өлк — 21 апрель 2017 йылда, РСФСР) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Воронеж өлкәһе Лево-Россошанский районының «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (18.01.1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фомина Екатерина Федоровна 1928 йылдың 4 июлендә Воронеж өлкәһенең Данково ауылында тыуған.

1943 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Екатерина Федоровна хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында башлай. 1945 йылда Красикова иген үҫтереү звеноһын етәкләй, уның звеноһы 9 гектар майҙандан арыштың һәр бер гектарынан рекордлы 31,51 центнер уңыш ала[1].

1948 йылдың 18 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Красикова Екатерина Федоровнаға ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм бөртөклө игендән рекордлы уңыш алған өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Красикова Е. Ф. 1948 йылда бригадир булып эшләй башлай, ә 1950 йылда колхоз кадрҙарын әҙерләүсе мәктәптә уҡый.

1953 йылда йәшәгән урынын алмаштыра, ул Воронеж өлкәһе Рамонский районының Моховатка ауылына күсеп килә һәм унда урындағы «Россия» колхозында һауынсы булып эшләй. Бында уҡ ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән.

Красикова Екатерина Федоровна 2017 йылдың 21 апрелендә вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылда Воронеж өлкәһе Каширский муниципаль районында Геройҙар аллеяһы асыла. Бындағы паркта Социалистик Хеҙмәт Геройы Екатерина Федоровна Красиковаға бюст урынлаштырыла[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндәге наградалары булған:

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]