Эстәлеккә күсергә

Крейг Килбургер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крейг Килбургер
ингл. Craig Kielburger
Тыуған көнө

17 декабрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (41 йәш)

Тыуған урыны

Торнхилл (Онтарио), Канада

Гражданлығы

Канада Канада

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе

Наградалары һәм премиялары
Канада ордены ағзаһы
Канада ордены ағзаһы
 Крейг Килбургер Викимилектә

Крейг Килбургер[1] (ингл. Craig Kielburger; (ингл. Thornhill), Торнхилл, Канада) — 1982 йылда, 17 декабрҙә Торнхилл Канадала тыуған) — канада социаль эшҡыуары, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, балалар хоҡуғы өсөн көрәшеүсе, ағаһы Марк Килбургер менән бергә, Балаларға азатлыҡ ойошмаһына һәм Me to We нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе (ингл. Free the Children)[2].

Крейг Килбургер 1982 йылдың 17 декабрендә Торнхиллдә тыуа(ингл. Thornhill; Онтарио, Канада)[3].

Шунда уҡ Bishop Scalabrini Catholic School католиктар мәктәбендә уҡый.

1995 йылдың апрелендә, Крейг Торонто Стар гәзитендә комикстар ҡарап ултырғанда, Крейг Килбург Пакистандан ун ике йәшлек Икбаль Масих исемле малай тураһындағы мәҡәләгә тап була[2][3][4][5][6]. Ул дүрт йәшендә ҡоллоҡҡа һатылған була, унан ҡасып, үҙенең тарыхын донъяға еткерә. Шуның арҡаһында, Икбаль Масих күптә үтмәй аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында үлтерелә[3][4].

Крейгты йәштәше менән булған хәл аптырауға һала һәм ул кеше хоҡуҡтары тураһында күберәк белергә теләй[3]. Килбургер ата-әсәһен көньяҡ-көнсығыш Азияға, дуҫы Алан Рахман канада хоҡуҡ һаҡлаусыһының ғаиләһе менән бергә ебәреүен һорай (ингл. Alam Rahman), ул унда үҙ күҙҙәре менән балаларҙың эшләгәндәрен күрергә теләй[2][3].

Өйөнә ҡайтҡас, үҙенең классташтарын балалар ойошмаһы төҙөргә өгөтләй, һыңыраҡ ул ойошма бөтә донъяға билдәле «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына әүерелә (ингл. Free the Children)[3].

«Балаларға азатлыҡ» ойошмаһының маҡсатын билдәләй: «Балаларҙы ярлылыҡтан ҡорҡарырға. Ҡоллоҡтан ҡотҡарырға. Балаларға үҙҙәренең тормошон үҙгәртә алыуҙарын аңлатырға»[3].

Тәүге уңыштарҙан һуң, уңышһыҙлыҡтар башлана.

Шул ваҡытта ағаһы Марк Килбургер Гарвардта уҡып йөрөгән була, әммә ҡустыһының башланғыстарын хуплап уға ярҙамға килә һәм ойошмаға нигеҙ һалыусы булып сығыш яһай[6].

1999 йылда Крейгка 16 йәш булғанда, «Балаларға азатлыҡ» тигән китап сығара.

Крейг Килбургер Йорк университетында лекция ваҡытында

Крейг Килбургер Торонто университетында белем ала[5].

2008 йылда Крейг ағаһы Марк менән бергә Me to We ойошмаһын төҙөйҙәр, уның эшмәкәрлеге социаль әһәмиәтле проекттары тормошҡа ашырырға һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлекте пропагандалау була[5]. Me to We килемдең яртыһын «Балаларға азатлыҡ» ойошмаһына ярҙамға ебәрәләр, икенсе өлөшөн компанияны үҫтереүгә йүнәлтәләр[5].

2009 йылда Крейг Йорк университетының Шулиха бизнес Мәктәбендә (ингл. Schulich School of Business) һәм Төньяҡ-Көнбайыш университетының Келлогг менеджмент мәктәбендә (ингл. Kellogg School of Management) ике программа буйынса уҡып, МВА дәрәжәһен ала.

2009 йылдан 2012 йылға тиклем Крейг Килбургер Канада скаут хәрәкәтенең идара итеүсе ағзаһы була Scouts Canada[7].

Крейг Килбургер бер нисә гәзиттең мәҡәләләр яҙыусыһы.

Награда һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 20 февралендә Канаданың генерал-губернаторы Крейг Килбургерҙы Канада ордены менән бүләкләй — Канаданың юғары дәүләт дәрәжәһен ала[2][8].

Крейг Королева Елизаветта II Бриллиант юбилей медален ала[9].

Крейг Килбургер 13 университеттың хөрмәтле докторы[5], шул иҫәптән: Альберт, Гуэлф[10], Йорк, Карлтон[11], Ниписсинского, Торонто[5] һәм башҡалар.

2012 йылдың 9 октәбрендә Крейг Килбургер хөрмәтенә Craig Kielburger Secondary School мәктәбенә уның исеме бирелә Милтон (Онтарио, Канада).

  • Free the Children (1998).
  • Me to We (совместно с Марком Килбургером, 2004).
  • Take Action (совместно с Марком Килбургером, 2002).
  • Take More Action (совместно с Марком Килбургером, 2008).
  • Making of an Activist (совместно с Марком Килбургером, 2007).
  • The World Needs Your Kid (совместно с Марком Килбургером, 2009).
  • Global Voices: Volume 1 (совместно с Марком Килбургером, 2010).
  • Lessons From A Street Kid (2011).
  1. Имя иногда переводится как Крэйг, фамилия — Кильбургер
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Payal Bhatnagar. Craig and Marc Kielburger: Two Canadian brothers inspiring others by example (ингл.). Youth-Leader Magazine (апрель 2011). Дата обращения: 30 апрель 2015. 2016 йыл 9 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Кен Робинсон. Найти свое призвание: Как открыть свои истинные таланты и наполнить жизнь смыслом. — Москва: Манн, Иванов и Фербер, 2014. — 368 с. — ISBN 5000570057, 9785000570050.
  4. 4,0 4,1 В Мэриленде дети используют свои навыки, чтобы помогать детям по всему миру. Посольство США (9 декабрь 2008). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Craig Kielburger (ингл.). Торонтский университет. Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йыл 1 июнь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Josh Wingrove. Marc and Craig Kielburger's do-gooding social enterprise (ингл.). The Globe and Mail (19 март 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  7. Just how ‘kind’ are Canadians?, Toronto Star (April 8, 2013). 10 апрель 2013 тикшерелгән.
  8. Order of Canada Investiture Ceremony
  9. Diamond Jubilee Gala toasts exceptional Canadians, CBC (18 June 2012). 19 июнь 2012 тикшерелгән.
  10. U of G to Honour 'Global Citizens' During Thematic Convocation
  11. Carleton University Awards Nine Outstanding Canadians with Honorary Degrees 2016 йыл 4 март архивланған.