Эстәлеккә күсергә

Кривая Софья Авсеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Софья Авсеевна Кривая
Тыуған:

1894({{padleft:1894|4|0}})

Тыуған урыны:

Городок, Российская империя

Вафат:

17 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Вафат урыны:

Уфа

Гражданлығы:

 Рәсәй империяһы

Дине:

нет (атеистка)

Партия:

РСДРП

Төп идеялары:

большевизм

Эшмәкәрлек төрө:

революционерка

Со́фья Авсе́евна Крива́я (1894, Витебск губернаһы Городок биҫтәһе (местечко)  — 1919, Өфө) — Уралда революция хәрәкәте ҡатнашыусыһы[1],аҡ чехтар фетнәһе һәм Колчак режимы осоронда большевик подпольеһы етәкселәренең береһе. Өфө төрмәһендә үлә.

Соня Кривая исеме Силәбе өлкәһендәге: Силәбе, Коркино[2], Коркино[3]Троицк ҡалаларындағы урамдарға бирелгән.

Файл:Memorial-tablet-sonya-krivaya-chelyabinsk.JPG
Силәбелә Соня Кривая урамында 32-се йорт стенаһындағы мемориаль табличка

Билдәле Силәбе революционеркаһы Рита Исааковна (Айзиковна) Костяновскаяның һеңлеһе. 1902 йылдан алып Силәбелә йәшәй. Атаһы - Авсей Кривой - төрлө эштә хеҙмәт итеүсе эшсе. Әсәһе - Хана Моисеевна Костяновская. Соня мәхәллә мәктәбен тамамлай, ҡыҙ балалар гимназияһына уҡырға инә. Үҙ аллы сәйәси белем алыу түңәрәгендә шөғөлләнә, күп кенә йәшерен эштәр башҡара, шул иҫәптән уҡыусы йәштәр араһында сәйәси тотҡондарға ярҙамға аҡса йыйыуҙы ойоштора. 14 йәшендә тәүге тапҡыр РСДРП(б) ойошмаһы менән бәйләнеш тотҡаны өсөн ҡулға алына, ләкин бәлиғ булмағанлыҡтан азат ителә. Гимназиянан ҡыуылғандан һуң, дарыуханала өйрәнсек, һуңынан фармацевт булып эшләй. 1915 йылда, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәкселеге ағзаһы булараҡ, РСДРП(б) сафына ҡабул ителә. Февраль революцияһынан һуң Троицкиҙа партия эшендә була, артабан Силәбелә ҡыҙыл гвардия отрядтарын ойоштороу буйынса штаб эшендә әүҙем ҡатнаша. «Дутовщина»ға ҡаршы көрәш осоронда - ҡыҙыл гвардия отряды комиссары һәм пулемётсыһы. Силәбе ҡалаһын аҡ чехтар баҫып алғандан һуң, РКП(б)-ның йәшерен ҡала комитеты составына инә, һалдаттар араһында агитация үткәрә, конспиратив һәм йәшерен осрашыу фатирҙары өсөн яуаплы була. Көрәштәштәре уны «йәшерен ойошманың әсәһе» тип атаған. 1919 йылдың февралендә (Омск ҡалаһында) Урал һәм Себер йәшерен ойошмалары вәкилдәренең съезы эшендә ҡатнаша. Һуңынан етәкселек ҡушыуы буйынса ихтилалға әҙерләү маҡсатында Себерҙәге бер нисә ойошмала була. 29 мартта Силәбегә ҡайтып килгәндә ҡулға алына. Һорау алыуҙарҙан һәм язалауҙарҙан һуң, Өфө төрмәһенә оҙатыла, 1919 йылдың 17 майынан 18-енә ҡаршы төндә һәләк була[4].

  1. Кривая Софья Авсеевна «Силәбе» энциклопедияһында
  2. Ҡалып:Улицы Челябинска 1989
  3. Карты Коркино. Карты стран, городов и регионов мира. Дата обращения: 25 июнь 2010.
  4. Легендарная революционерка Соня Кривая: что мы о ней знаем