Эстәлеккә күсергә

Ҡан тамырҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кровеносные сосуды битенән йүнәлтелде)
Ҡан тамырҙары
Рәсем
Развитие анатомической структуры развитие кровеносных сосудов[d]
Содержит Ҡан
Схематичная иллюстрация
 Ҡан тамырҙары Викимилектә
Кеше тәнендәге ҡан тамырҙары (схема)

Ҡан тамырҙары — хайуандар һәм кеше организмындағы ҡан хәрәкәт итә торған һығылмалы көпшәләр. Йөрәктең ритмлы ҡыҫҡарыуы йәки ҡан тамырҙарының пульсы һөҙөмтәһендә ҡандың организм буйлап хәрәкәте башҡарыла : артериялар, артериолалар, капиллярҙар буйлап ағзаларға һәм туҡымаларға тарала һәм венулар һәм веналар буйлап кире йөрәккә әйләнеп ҡайта .

Ҡан тамырҙары һәм уларҙың классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡан тамырҙары системаһында артерияларҙы, веналарҙы һәм микроциркулятор системаға ҡараған тамырҙарҙы айырып йөрөтәләр: артериолалар, капиллярҙар, венулалар һәм артериол- венуляр анастомоздар[1]. Һуңғылары артериялар һәм веналар араһында бәйләнеште тормошҡа ашыралар.

Ҡан тамырҙары бер-береһенән диаметры буйынса ғына түгел, ә төҙөлөшөндәге туҡымалар составы, шулай уҡ функциональ үҙенсәлектәре буйынса ла айырылалар[2].

  • Артерия — ҡанды йөрәктән алып китеүсе тамырҙар. Уларҙың көптәре ҡалын, беше һәм һығылмалы була. Көптәрҙең составына шыма мускулдар, коллаген һәм һығылмалы сүстәр инә. Йөрәк, ҡыҫҡарып, ҡанды артерияларға ҙур баҫым менән этеп сығара. Көптәре беше һәм һығылмалы булғанлыҡтан, артериялар был баҫымға бирешмәйҙәр һәм бер аҙ һуҙыла төшәләр. Йөрәктән ҡыуылған ҡан микдарына ҡарап киңәйә йәки тарая алалар. Артерияларҙа кислородҡа байыған артериаль ҡан аға (үпкә артерияһында ғына веноз ҡан)[3][4].
  • Артериола — ваҡ артериялар (диаметры 300 мкм кәмерәк) тармаҡлана барып бик нәҙек капиллярҙарға тоташалар. Артериолалар көбөндә шыма мускул сүстәре өҫтөнлөк итә. Шуға күрә көптәренең ҙурлығын (диаметрын) еңел үҙгәртә алалар. Иң ваҡ артериолалар — капилляр алды тамырҙары ( прекапилляр) көбөндә шыма мускул күҙәнәктәре берәм-һәрәм генә була.[5][6].
  • Капиллярҙар — иң ваҡ ҡан тамырҙары. Уларҙың көптәре шул тиклем нескә, күҙәнәктәрҙең бер ҡатлауынан ғына торалар. Диаметрҙары 3-11 мкм тирәһендә тирбәлә. Ә кеше организмында дөйөм һаны — яҡынса 40 млрд тирәһе. Ҡан плазмаһында эрегән матдәләр һәм кислород капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығына һарҡып сығалар. Унан күҙәнәктәргә эләгәләр. Күҙәнәктәрҙән углекислый газ һәм башҡа тереклек эшмәкәрлеге продукттары капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығынан ҡанға үтәләр. [7][8].
  • Венулалар — ваҡ ҡан тамырҙары. Веноз ҡанды капиллярҙарҙан веналарға йыйып килтерәләр. Улар капиллярҙарҙан башланып киткән венул посткапиллярҙарға (диаметры 8-30 мкм тиклем) һәм веналарға ҡанды алып килеүсе (диаметры 30-50 мкм тирәһе) йыйғыс венулдарға бүленәләр[9].
  • Веналар — ҡанды йөрәккә алып килеүсе ҡан тамырҙары. Йөрәккә яҡынайған һайын эреләнә һәм һандары кәмей бара. Ахырҙа икәүгә генә ҡалалар: өҫкө һәм аҫҡы эсе ҡыуыш веналар. Улар буйлап веноз ҡан уң йөрәк алдына килә. Веналарҙың көптәре артерияларҙыҡына ҡарағанда йоҡараҡ. Уларҙа мускул сүстәре һәм эһығылмалы сүстәр аҙыраҡ [10][11].
  • Артериол- венуляр анастомоздар — ҡанды туранан-тура артериолаларҙан веналарға күсереүсе күперҙәр булып торалар. Йәғни, ҡан капилярҙарға инмәй урап үтә. Был процесты уларҙың көптәрендәге шыма мускул туҡымалары көйләй [12][13].

Ҡан тамырҙары төҙөлөшө (аорта миҫалында)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аортаның төҙөлөшө: 1. эстәге эластик мембрана (тышҡы ҡатламы, йәки Tunica externa), 2. мускул ҡатлам (Tunica media), 3. эске (intima Tunica) ҡатлам

Был аорта миҫалында артерияларҙың төҙөлөшөн һүрәтләү миҫалы. Төрлө типтағы ҡан тамырҙары төҙөлөш үҙенсәлектәре буйынса бер-береһенән айырыла.

Аорта эстән эндотелий менән түшәлгән. Ул үҙенән аҫтағы кәүшәк тоташтырғыс туҡыма (субэндотелий) ҡатламы менән бергә аорта көбөнөң эске өлөшөн төҙөй (лат. tunica intima). Аорта көбөнөң урта ҡатламы бик күп һығылмалы сүстәрҙән һәм бер аҙ шыма миоцит күҙәнәктәренән тора. Тышҡы ҡатлам бик күп эластик һәм коллаген сүсле кәүшәк тоташтырғыс туҡыманан тора (лат. tunica adventitia).

Ҡан тамырҙары ауырыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Атеросклероз
  • Бюргер ауырыуы
  • Венаның варикоз киңәйтеүе
  • Яраһы
  • Тромбофлебит
  • Вазоконстрикция
  • Гемодинамика
  • Реология
  • Формула Пуазейль