Эстәлеккә күсергә

Кружилинский ауыл биләмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кружилинский ауыл биләмәһе
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Ауыл биләмәһе

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһенең
Шолохов районы

Берләштерә

5 тораҡ пункт инә

Административ үҙәк

Кружилинский утары

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86353

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Код ОКАТО

60 211 835

Статус Ауыл биләмәһе
Эске бүленеш {{{Эске бүленеш}}}

Кружилинский ауыл биләмәһе — Ростов өлкәһенең Шолохов районында муниципаль берәмек.

Биләмәнең административ үҙәге — Кружилинский утары.

Кружилинский ауыл биләмәһе дала ерендә, Чёрная йылғаһының йырындар менән йырғысланған бассейнында, Чёрная һәм Семёновка йылғалары ҡушылған урында, Вёшенская станицаһынан 20-25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Кружилинский утарына 1749 йыл тирәһендә нигеҙ һалынған. 1820 йылға утарҙа 20 хужалыҡ, ХIХ быуат аҙағына — 200 хужалыҡ булған. Революцияға саҡлы утар менән атаман идара иткән. Утар халҡы Вёшенская станицаһының Троицк сиркәүенә доға атҡарырға йөрөгән (прихожане).

Хәҙерге ваҡытта утарҙа 587-гә яҡын хужалыҡ бар һәм унда 1270-гә яҡын кеше йәшәй. «Кружилинский ауыл биләмәһе» муниципаль берәмеге территорияһында 944 хужалыҡ булып, уларҙа 1930-ға яҡын кеше йәшәй.

Кружилинский утарында административ үҙәге булған «Кружилинский ауыл биләмәһе» 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се «Рәсәй Федерацияһында үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» Федераль законына һәм 2004 йылдың 19 ноябрендә баҫылған 198--ЗС Өлкә Законының 2-се статьяһына ярашлы, Закон сығарыу Йыйылышының (Законодательное Собрание) 2004 йылдың 5 ноябрендәге ултырышында "Шолохов районы"ның һәм уның составындағы муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәләү һәм уларға тейешле статус тәғәйенләү тураһында" тигән ҡарары нигеҙендә ойошторолған.

Административ ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кружилинский ауыл биләмәһе составына инә:

  • Кружилинский утары;
  • Лаврова Балка ҡасабаһы;
  • Максаевский утары
  • Сингиновский утары;
  • Чукаринский утары.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кружилинский утарында Михаил Шолохов тыуған йорт.

Кружилинский ауыл биләмәһе территорияһында М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы составына[1] ингән Кружилинский мемориаль комплексы урынлашҡан. Кружилинский утары территорияһындағы музей комплексына түбәндәгеләр инә:

  • Яҙыусы М. А. Шолоховтың атай йорто. Усадьбала буласаҡ яҙыусы Михаил Шолохов тыуған һәм биш йыл йәшәгән ҙур булмаған йорт тора. Был йортто уның атаһы, Парамонов сауҙагәрҙә приказчик булып эшләгән Александр Михайлович Шолохов, һатып алған. Типик казак курене һынланышындағы был йорт 1910 йылда һатылған. Музей — усадьбала емеш баҡсаһы, кибет, мунса, оҙон келәт (амбар), ат һарайы һ.б. булған.
  • XIX б. һуңы — ХХ б. башына хас Казак ихатаһы Музей комплексы килеүселәрҙе йорттоң төҙөлөшө, ул дәүерҙәге казактарҙың тормошо һәм көнкүреше менән таныштыра.
  • «Тымыҡ Дон казактарына» һәйкәле Кружилинский утары ситендә урынлашҡан.Ҡайсаҡ туристар был скульптур композицияны Григорий Мелехов һәйкәле тип атай. Һәйкәл скульптураһы һыбай казакты һынландыра. Казак аттың ауыҙлығын тартып тотҡан һәм ҡарашын ситкә төбәгән, иң башында — винтовкаһы. «Тымыҡ Дон казактарына» һәйкәленең авторҙары — УССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Шолохов премияһы лауреаты Н. В. Можаев, Э. М. Можаева, Н. Н. Щербаков; архитектор В. И. Волошин.

Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Һәйкәл скульптураһы бейеклеге 6 метр. Һәйкәл бейеклеге 8 метрғаса өйөлгән ҡурғандың иң ҡалҡыу урынында, постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәл ауырлығы — 8 тонна.

1956 йылда Н. В. Можаев, Н. Н. Щербаков менән авторлыҡта, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 40 йыллығына бағышланған күргәҙмәне ойошторғанда, һәйкәл композицияһын әҙерләгән. 70 см бейеклегендәге бронза скульптураһы макетының тәүге исеме «Торбасы» («Трубач») булған. Һуңғараҡ уның исеме «Бала бөркөт» («Орлёнок») тип үҙгәртелгән, аҙаҡ — «Дон далаларында», ахырҙа — 1995 йылда, һәйкәл асылғандан һуң, уға «Тымыҡ Дон» казактарына" тигән атама бирелгән. Шул уҡ исем һәйкәл янындағы ҙур ташҡа ла яҙылып ҡуйылған. Һәйкәл 1994 йылда асылған һәм М. А. Шолоховтың[2] 89 йәшенә (ҡабул ителгәнсә, түңәрәк йәше лә түгел) тап килгән.

  • (Изгеләштереүсе) Святитель һәм (мөғжизә яһаусы) Чудотворец Николайға нарыҡланған сиркәү. 1885 йылда төҙөлгән. Һаҡланмаған.
  • Ростов өлкәһенең административ бүленеше
  • Ростов өлкәһенең тораҡ пункттары