Шолохов районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шолоховский муниципаль районы
Ил

Рәсәй Рәсәй

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

9 Муниципаль берәмек

Административ үҙәк

Вёшенская станицаһы

Барлыҡҡа килеүе

1924

район администрацияһы башлығы

Дельнов Олег Николаевич

Депутаттар йыйылышы Рәйесе[1]

Ковалев Павел Евграфович

Халҡы (2016)

26 131[2]

Майҙаны

2527 км²

Шолоховский муниципаль районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86353

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 211 000

Статус Муниципаль район
Эске бүленеш {{{Эске бүленеш}}}
Сайт http://veshki.donland.ru

Шолохов районы — Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе составындағы муниципаль берәмек.

Район үҙәге — Вёшенская станицаһы. Станицанан яҡындағы тимер юл станцияһына саҡлы — 150 километр, өлкә үҙәгенә — 360 километр.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район 1924 йылда барлыҡҡа килгән һәм Вёшенский тип аталған.

1954 йылдан 1957 йылға саҡлы Каменский өлкәһе составына ингән булған. 1956 йылда уға элекке Базковский районы территорияһының бер өлөшө ингән булған.1963 йылда район Верхнедонский һәм Боковский райондары иҫәбенә эреләтелгән. 1964 һәм 1970 йылдарҙа яңыса бүленгән. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 4 июнендәге Ҡарары нигеҙендә Вёшенский районы Шолоховский тип аталған. Шулай итеп бөйөк яҡташтары — яҙыусы Шолохов Михаил Александрович исеме мәңгеләштерелгән[3].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өлкәнең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, Волгоград өлкәһе менән сиктәш. Шолохов районы территорияһы — 2,5 мең квадрат километр. Район территорияһында түбәндәге йылғалар аға: Дон, Дубровая, Решетовка.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[4] 2009[5] 2010[6] 2011[7] 2012[8] 2013[9] 2014[10]
29 629 28 780 27 294 27 230 26 987 26 814 26 530
2015[11] 2016[2]
26 337 26 131

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шолохов районы составына 9 ауыл биләмәһе инә:

  1. Базковский ауыл биләмәһе (Базковская станицаһы; Альшанский утары; Белогорский утары; Верхнетокинский утары; Громковский утары; Фроловский утары)
  2. Вёшенский ауыл биләмәһе (Вёшенская станицаһы; Андроповский утары; Еланская станицаһы; Краснояровский утары; Лебяженский утары; Пигаревский утары; Солонцовский утары)
  3. Дубровское ауыл биләмәһе (Дубровский утары; Антиповский утары; Зубковский утары; Щебуняевский утары)
  4. Дударевское ауыл биләмәһе (Дударевский утары; Кривской утары; Лосевский утары)
  5. Калининское ауыл биләмәһе (Калининский утары; Криушинский утары; Матвеевский утары; Нижнекривской утары; Плешаковский утары; Рубежинский утары; Рыбинский утары)
  6. Колундаевское ауыл биләмәһе (Колундаевский утары; Алимовский утары; Ващаевский утары; Гороховский утары; Кобызевский утары; Солдатовский утары; Ушаковский утары; Черновский утары)
  7. Кружилинское ауыл биләмәһе (Кружилинский утары; Лаврова Балка ҡасабаһы; Максаевский утары; Сингиновский утары; Чукаринский утары)
  8. Меркуловское ауыл биләмәһе (Меркуловский утары; Варваринский утары; Водянский утары; Затонский утары; Калиновский утары)
  9. Терновское ауыл биләмәһе (Терновской утары; Антоновский утары; Безбородовский утары; Грязновский утары; Кочетовский утары; Моховской утары; Поповский утары)

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 29 ауыл хужалығы предприятиеһы, 169 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 11656 шәхси ярҙамсы хужалыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереү (производство) менән мәшғүл.

Районда ужым бойҙайы һәм көнбағыш, кескәй күләмдә — ужым арышы, яҙғы бойҙай һәм арпа, орлоҡ кукурузы, тары, ҡара борсаҡ орлоҡлолар һәм мал аҙығы культуралары эшкәртелә. Райондың ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны 136,3 мең га.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Тымыҡ Дон казактарына» бронза монументы
Вёшенская. М. А. Шолохов йорт-музейы
Вёшенская станицаһындағы Изге Михаил Архангельский сиркәүе приходы
Еланская станицаһындағы Изге Никольский храмы
Вёшенская станицаһында Яр буйы

Ростов өлкәһенең Шолохов районында иҫәптә барлығы 266 археология һәйкәле бар[12].

Вёшенская станицаһындағы федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары:

  • М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы. Музей-ҡурсаулыҡта 16 тарих һәм мәҙәни һәйкәл бар, уның территорияһында 5 тәбиғәт һәйкәле һәм 265 археология һәйкәле[13] урынлашҡан.
  • Был йортта яҙыусы М. А. Шолохов 1926—1927 йылдарҙа үҙенең «Тымыҡ Дон» романын яҙған.
  • 1928—1984 йылдарҙа яҙыусы М. А. Шолохов йәшәгән һәм эшләгән усадьба.
  • М. А. Шолохов ҡәбере (1905—1984).
  • Был йортта 1905 йылдан 1910 йылға саҡлы яҙыусы М. А. Шолохов йәшәгән — Кружилинский утары.

Вёшенская станицаһындағы төбәк (регион) әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары:

  • Станица идаралығы бинаһы правления, әҙәбиәт музейы.
  • Архистратиг Михаил сиркәүе.
  • М. А. Шолохов бюсы.
  • Ике В. И. Ленин һәйкәле.
  • Ю. А. Гагарин стеллаһы.
  • Йөҙйәшәр (400 йәш) имән.

Вёшенская станицаһында асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары:

  • Был йортта М. А. Шолохов 1926—1927 йылдарҙа йәшәгән һәм «Тымыҡ Дон» романын яҙған.
  • М. А. Шолохов мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар уҙғарған Мәҙәниәт йорто.
  • Хужалыҡ ҡаралдылары менән бергә казак курены.
  • «Григорий һәм Аксинья» скульптур композицияһы.
  • Һөнәрселек оҫтаханалары.

Шолохов районының[14] тәбиғәт һәйкәлдәре :

  • Йәше 400-гә еткән мөһабәт имән. Үҙен урап алған думалары менән ҡарт имән арена имәнлеге ҡалдығы булып тора.
  • Ереклек — Елань йылғаһы буйындағы һыубаҫар ерек урманы. Күп һанлы күле булған урманда һирәк осраған дала зонаһы үҫемлектәре үҫә: һаҙ телиптерисы, аптека шыма көпшәһе (дягиль), ағыулы вех, ябай һары ҡына (недотрога), нескә шпажник (гладиолус), вахта трехлистная һ.б.
  • Антиповский ҡарағай урманы (бор) — иҫке ҡарағай (1905) ултыртылған ағастары (насаждение).
  • Төрлө үләнле-ҡыяҡлы (разнотравно-злаковый) үҫемлектәрҙән торған «Паники» тәбиғи ыҙаны (урочище) — Урта Дондың һул яҡ яры һыубаҫар туғайҙарҙан юғарыраҡ урынлашҡан ҡомло терраса эталоны.
  • «Островное» тәбиғи сиге (урочище) — тирә-яҡ биләмәләре менән бергә күл. М. А. Шолоховтың яратҡан ял урыны.
  • Хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең күп төрлөлөгө менән айырылып торған Шолохов күлдәре.
  • Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандар һәм үҫемлектәренең төрҙәре төрлөлөгө менән аырылып торған Еланские күлдәре. Бында йофарҙар (выхухоль) бар.

Храмдар һәм доға уҡыу йорттары:

  • Вёшенская станицаһындағы барокко стилендәге Михаил Архангел сиркәүе
  • Вёшенская станицаһында Троица Живоначальная сиркәүе хәҙерге көндә һаҡланмаған.
  • Еланская станицаһында Николай Чудотворец Сиркәүе 1826 йыл тирәһендә төҙөлгән.
  • Базковская станицаһында Сретения Господня сиркәүе.
  • Меркуловский утарында Пресвятая Богородица Покровы сиркәүе.
  • Нижнекривской утарында Пресвятая Богородица Покровы сиркәүе.

Районда тыуған билдәле яҡташтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шолохов Михаил Александрович (1905—1984) — бөйөк рус яҙыусыһы, Кружилин утарында тыуған.
  • Грачёв Александр Матвеевич (1912—1973) — рус совет алыҫ көнсығыш яҙыусыһы, «Ҡыҙыл күл сере», «Падение Тисим-Реттоның ҡолауы» һ.б. повестар авторы, родился на хуторе Меркуловский утарында тыуған.
  • Губанов Георгий Васильевич (1936 й. тыуған) — рус совет журналист һәм яҙыусы, родился на хуторе Севостьяновский утарында тыуған.
  • Кружилин Иван Пантелеевич (1930 й. тыуған) — рәсәй ғалимы, ВАСХНИЛ академигы — Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы (РАСХН) (1990), Максаевский утарында тыуған.
  • Никулин Михаил Андреевич (1898—1985) — рус совет яҙыусыһы, «Ҡыуыш һыу» повестары һ.б. әҫәрҙәр авторы, Нижне-Максаев утарында тыуған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ростов өлкәһенең административ бүленеше
  • Ростов өлкәһенең тораҡ пункттары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. РАЙОННОЕ СОБРАНИЕ ДЕПУТАТОВ
  2. 2,0 2,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  3. История Донского края — Шолоховский район
  4. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  5. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  6. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  7. Ростовская область. Оценка численности населения на 1 января 2009-2015 гг.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  12. Памятники истории и культуры
  13. Государственный музей-заповедник М.
  14. Постановление администрации Ростовской области № 418 от 19 октября 2006 года «О памятниках природы Ростовской области»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]