Эстәлеккә күсергә

Тымыҡ Дон казактарына һәйкәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Тымыҡ Дон казактарына һәйкәл
Ил Рәсәй
Хутор Кружилинский
Скульптор Н. В. Можаев
Бейеклеге 6 метр
Материал бронза
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6130569000объект № 6130569000

Тымыҡ Дон казактарына һәйкәл — Кружилинский хуторы эргәһендә, Миллерово — Вешенская З271 трассаһының 120-се километрында урынлашҡан скульптура композицияһы. Скульпторҙар Н. В. Можаев, Э. М. Можаева һәм Н. Н. Щербаковтың эше дон казагының йыйылма образы булып тора. Скульптура алыҫтан уҡ күренә, сөнки уның бейеклеге, ҡурған менән бергә 14 метрға етә, монумент юл сатында тора[1]. Ростов өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары менән һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[2].

Һәйкәл Дон казагының һигеҙ метрлыҡ ҡурғанда торған бронзанан эшләнгән алты метрлыҡ, һигеҙ тонналыҡ атлы статуяһынан ғибәрәт. Казак хәрби шинелдә һәм фуражкала һүрәтләнә. Скульптура композицияһы ҙур булмаған постаментта урынлаштырылған. Ҡурған «Тымыҡ Дон казактарына» тип соҡоп яҙылған таш ҡуйылған. Халыҡ телендә Михаил Александрович Шолоховтың «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһындағы төп герой — Григорий Мелехов һәйкәле тип йөрөтөлә[3].

Скульптура композицияһы проекты 1956 йылда, Бөйөк Октябрь революцияһының 40 йыллығына арналған күргәҙмәгә әҙерлек барышында эшләнелә. 70 см ҙурлығындағы бронза макет «Трубач» атамаһын ала. Һуңыраҡ композицияны «Орленок» тип атайҙар, һуңынан — «Дон далаларында» һәм 1995 йылда ғына, асылғандан һуң, уға «Тымыҡ Дон казактарына» исеме бирелә.

Скульптура макеты Мәскәү, Брюссель күргәҙмәләрендә күрһәтелә, Ленин комсомолы премияһына лайыҡ була. Уны УССР Мәҙәниәт министрлығы ала һәм ул Харьков сәнғәт музейына ҡуйыла. 1982 йылда Н. В. Можаев М. А. Шолоховҡа скульптураның гипс макетын бүлк итә . Хәҙерге ваҡытта ул яҙыусының дәүләт музей-ҡурсаулығы экспозицияһына инә.

Скульптура менән КПСС-тың Ростов өлкә комитетының беренсе секретаре И. А. Бондаренко ҡыҙыҡһына, ул уны ике дәүмәлдә ҡойорға һәм Дондағы Ростовҡа төньяҡтан ингән ергә ҡуйырға тәҡдим итә. Скульптура Луганскта, сәнғәт етештереү комбинатында эшләнә. Бында модель башта балсыҡтан башҡарыла, һуңынан гипсҡа күсерелоә. Бронзанан ҡойоу 1991 йылда Ленинград «Монументскульптура» сәнғәт ҡойоу тәжрибә заводында тормошҡа ашырыла. Монтажлауҙы һәм тонировкалауҙы Киевтың ижади сәнғәт-производство оҫтаханаһы бригадаһы башҡара. Һәйкәл 1994 йылдың майында тантаналы асыла һәм М. А. Шолоховтың тыуыуна 89 йыл тулыуға бағышлана[4].

  1. Описание Скульптурная композиция «Казакам Тихого Дона». Rutraveller. Дата обращения: 3 март 2017.(недоступная ссылка)(урыҫ.). Rutraveller. 3 март 2017 тикшерелгән.
  2. Объекты культурного наследия. Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 4 март 2017.(урыҫ.). Официальный портал Правительства Ростовской области. 4 март 2017 тикшерелгән.
  3. Памятники литературным героям. Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. Дата обращения: 3 март 2017.(урыҫ.). Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. 3 март 2017 тикшерелгән.
  4. Памятник «Казакам Тихого Дона». Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. Дата обращения: 3 март 2017.(урыҫ.). Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. 3 март 2017 тикшерелгән.