Кулеба Дмитрий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кулеба Дмитрий Иванович
укр. Дмитро Кулеба
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украина
Тыуған көнө 19 апрель 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (43 йәш)
Тыуған урыны Сумы, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Атаһы Иван Дмитриевич Кулеба[d]
Хәләл ефете Кулеба Евгения Анатольевна[d][2]
Һөнәр төрө дипломат, сәйәсмән, министр иностранных дел
Эшмәкәрлек төрө дипломат[d][3], Дипломатия[4] һәм Сәйәсәт[4]
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Украины[d][5][6] һәм Вице-премьер-министр по вопросам европейской и евроатлантической интеграции Украины[d]
Уҡыу йорто Институт международных отношений Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Слуга народа[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 115 240
 Кулеба Дмитрий Иванович Викимилектә

Куле́ба Дми́трий Ива́нович (укр. Дмитро Іванович Кулеба; 19 апрель 1981 йыл) — Украина дипломаты. 2020 йылдың 4 мартынан Украинаның сит ил эштәре министры. 2020 йылдың 13 мартынан СНБО ағзаһы.

Украинаның Европа һәм евроатлантик интеграция мәсьәләләре буйынса вице-премьеры (2019 йылдың 29 авгусы—2020 йылдың 4 марты). Украинаның тышҡы сәйәси ведомствоһының иң йәш етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Иванович Кулеба 1981 йылдың 19 апрелендә Сумы ҡалаһында тыуған. Атаһы — Иван Кулеба (1953 йылғы) — 1993 йылдан кадрҙар дипломаты, 1997 йылдан Украинаның Мысырҙағы, Чехиялағы, Украина Сит ил эштәре министрлығының дәүләт секретары урынбаҫары, Украинаның сит ил эштәре министры урынбаҫары, ә 2019 йылдың декабренән Украинаның Әрмәнстандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнә.

2003 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай, белгеслеге «Халыҡ-ара хоҡуҡ».

2003 йылдан - Украина Сит ил эштәре министрлығының төп юридик советнигы хеҙмәте атташеһы[7].

2004—2005 — Тарас Шевченко исемендәге Милли халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы аспиранты[8].

2005 йылда — Украина Сит ил эштәре министрлығының юридик тәьминәт идаралығында өсөнсө секретарь[9].

2005 —2009 — Украинаның Венала халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы даими вәкиллегенең өсөнсө, икенсе секретары (ОБСЕ мәсьәләләре буйынса).

2010—2012 —Украинаның сит ил эштәре министры секретариаты департаментының беренсе секретары, советник, бүлек начальнигы[10].

2013 йылда —Украина вице-премьеры гуманитар мәсьәләләр буйынса Константин Грищенконың советнигы[11].

2013 йылдан UART дипломатия фондын етәкләй[12].

2014 йылдың июнендә министр Павел Климкин саҡырыуы буйынса сит ил эштәре министрлығына стратегик коммуникациялар мәсьәләләре буйынса айырым йөкләмәләр буйынса илсе вазифаһына эшкә ҡайта. Украина Сит ил эштәре министрлығының стратегик коммуникацияларын булдырыу, министрлыҡ эшенә заманса коммуникациялар технологияларын индереү һәм Украинаның асыҡ дипломатияһын ойоштороу менән шөғөлләнә[13].

2016 йылдың 9 апрелендә Украинаның Европа Советында даими вәкил тәғәйенләнә[14]. 2017 йылдың декабрендә Донъя сәйәсәте институтының һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса сит илдә иң яҡшы Украина илсеһе тип танылды, унда 70-кә яҡын эксперт ҡатнаша[15]

2019 йылдың 1 мартында Художестволы Арсеналда «Война за реальность: как побеждать в мире фейков, правд и сообществ» тигән китабының исем туйы уҙа, унда мәғлүмәти оборона тотоу һәм коммуникатив һуғышта еңеү тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты[16].

2019 йылдың 29 авгусынан - Украинаның Гончарук хөкүмәтендә Европа һәм евроатлантик интеграция мәсьәләләре буйынса вице-премьеры.

Евроатлантик интеграцияны координациялау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе[17].

«Мистецький арсенал» милли мәҙәни-художество һәм музей комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы[18].

Юридик фәндәр кандидаты. Инглиз һәм итальян телдәрен белә[19].

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2021 — ІІІ дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены[20]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атаһы — Иван Дмитриевич Кулеба, украин дипломаты[21].
  • Ҡатыны — Евгения Анатольевна Кулеба, «ҡала-баҡса» йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусы һәм етәксеһе, билдәле проекттары Киевтағы Михайлов урамында Күк йөҙлөгө скверы һәм Славянскиҙағы Шелковичный паркы[22]
  • Балалары — Егор (2006 йылғы), Любовь (2011 йылғы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.kmu.gov.ua/en/profile/dmitro-kuleba
  2. https://www.youtube.com/watch?v=8KbQHTbHMTI&t=3445s
  3. Dramática jornada en Kiev: ya son los 198 civiles ucranianos muertos tras el ataque ruso
  4. 4,0 4,1 Kuleba, Dmytro // Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Dmytro Kuleba // Cabinet of Ministers of Ukraine (ингл.)
  6. Кулеба Дмитро Іванович // (unspecified title)
  7. Кулеба Дмитро Іванович(недоступная ссылка с 22-10-2019 [857 дней])арх. 02.09.2019: укр.// Постійне представництво України при Раді Європи: офиц. сайт.— Київ: МЗС України,2012.— Дата обращения: 30.08.2019.
  8. Кулеба Дмитро Іванович (недоступная ссылкас 22-10-2019 [857 дней])арх. 02.09.2019& укр.// Постійне представництво України при Раді Європи: офиц. сайт.— Київ МЗС України,2012.— Дата обращения: 30.08.2019.
  9. Кулеба Дмитро Іванович (недоступная ссылкас 22-10-2019 [857дней]): арх. 02.09.2019: укр.// Постійне представництво України при Раді Європи: офиц. сайт.— Київ: МЗС України,2012.— Дата обращения: 30.08.2019.
  10. Кулеба Дмитрий : Вице-премьер-министр по вопросам европейской и евроатлантической интеграции:арх. 29.08.2019// LIGA.net.— Київ: ИА ЛIГАБiзнесIнформ,2019.— 29 августа.— Дата обращения: 30.08.2019.
  11. Кулеба Дмитрий: Вице-премьер-министр по вопросам европейской и евроатлантической интеграции:арх. 29.08.2019// LIGA.net.— Київ: ИА ЛIГАБiзнесIнформ,2019.— 29 августа.— Дата обращения: 30.08.2019.
  12. Кулеба Дмитрий: Вице-премьер-министр по вопросам европейской и евроатлантической интеграции:арх. 29.08.2019// LIGA.net.— Київ: ИА ЛIГАБiзнесIнформ,2019.— 29 августа.— Дата обращения: 30.08.2019.
  13. Кулеба Дмитрий: Вице-премьер-министр по вопросам европейской и евроатлантической интеграции:арх. 29.08.2019// LIGA.net.— Київ: ИА ЛIГАБiзнесIнформ,2019.— 29 августа.— Дата обращения: 30.08.2019.
  14. Ҡалып:УПУ
  15. Інститут світової політики назвав топ-послів 2017 року Главком (21 грудня 2017) (укр.)
  16. Дмитрий Кулеба презентовал книгу об информационной войне и рассказал, как распознать фейковую новость ТСН (4 марта 2019)
  17. Ҡалып:УПУ
  18. Ҡалып:УПУ
  19. Науковці України irbis-nbuv.gov.ua (укр.)
  20. Указ Президент України від 22 грудня 2021 року № 669/2021 «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Дня працівників дипломатичної служби»
  21. Кулеба Дмитрий Иванович LB.ua
  22. Кулеба Дмитрий Иванович LB.ua

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]