Куличков Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Куличков Алексей Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны СССР, Пенза
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһының театр институты[d]

Куличков Алексей Николаевич (19 апрель 1976 йыл) — Рәсәй шоумены, артист, ТНТ каналындағы киң билдәле «Такси» программаһын алып барыусы (2005—2009). 2001—2002 йылдарҙа — Башҡортостандың Рус дәүләт драма театры артисы (Өфө).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Николаевич Куличков 1976 йылдың 19 апрелендә Пенза ҡалаһында тыуған. Бала сағынан футбол менән мауыға, Пенза «Локомотив» клубына күнекмәләргә йөрөй[1][2]. 8 йәшенән театр студияһында шөғөлләнә, ул төп ролдәрҙә уйнай.

1993 йылда Пензала 70-се урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәүгә юллана. Актерлыҡ вуздарға инә алмай, шуға күрә Пенза мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһына «Массауи саралар ойоштороусы һәм үҙешмәкәр театр режиссеры» һөнәре буйынса документтарын тапшыра. у

Уҡыу ваҡытында Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында педагог-ойоштороусы булып эшләй, «Бригада-А» йәштәр төркөмө менән Рәсәй театр коллективтары фестивалендә Гран-при яулай, үҙе режиссер булараҡ һәләтлеген күрһәтә. Төрлө өлкә концерттарында ойоштороусы була.

1997 йылда Һарытау консерваторияһының театр факультетына (Александр Галко курсы) уҡырға инә[3].

2001—2002 йылдарҙа Башҡортостандың Рус драма театрында уйнай, бер миҙгел эсендә өс төп роль башҡара[1], капустниктар һәм ижади осрашыуҙар ойоштора.

2002 йылдан алып — Мәскәүҙә ТНТ телеканалында, 2002 йылдың сентябренән 2003 йылдың июленә тиклем —Николай басков һәм Светлана хоркина менән берлектә «Дом» ток-шоу мөхәррире[4].

2002—2007 йылдарҙа Театр.doc-тың бер нисә спектаклендә ҡатнаша[5]. 2004 йылда Надежда Бабкинаның «Рус йыры» коллективын етәәкләй.

2005—2009 йылдарҙа ТНТ-ла «Такси» шоу-уйыннын алып бара.

2010 йылда Муз-ТВ каналында Мария Кожевникова менән бергә «Хистәр лабораторияһы» программаһын алып бара[6]. 2011 йылда ДТВ-ла «Угон» программаһын алып бара[7]. 2012 йылдың мартынан 2013 йылдың авгусына тиклем «Борос» телеканалында шоу «Көнкүреш техникаһын алмаштырыу»[8]. 2012—2014 йылдарҙа «Радость моя» телеканалында «Едем, плаваем, летим» тапшырыуын алып бара"[9].

2010 йылдың уртаһына ҡарата театраль спектаклдәр һәм телесериалдар режиссеры булып эшләй[10]. 2018 йылды 26 авгусыннан — НТВ каналындағы «Первая передача» тапшырыуының алып барыусыһы[11].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Рус драма театрындағы ролдәре (2001—2002)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Бегущие странники» (Казанцев) — Дима

«Без вины виноватые» (А. Н. Островский) — Незнамов

«Годы странствий» (Арбузов) — А. Ведерников

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Меня спасло трепетное отношение к спорту(недоступная ссылка) Интервью с Алексеем Куличковым в газете «Спорт Бизнес Маркет» от 15 декабря 2006 года
  2. «Соболев бомбит»: Алексей Куличков в гостях  (инг.). VK. 4 октябрь 2017 тикшерелгән.
  3. Избегайте интеллектуалов…. Вокруг ТВ (2008-06-21).
  4. Алексей Куличков: Жена запрещает мне готовить!. Комсомольская правда (2013-03-20).
  5. Куличков. Театр.doc.
  6. Кожевникова и Куличков ищут любовь. Татар-информ (2010-08-18).
  7. Наш земляк Алексей Куличков стал ведущим программы «Угон». Пензенская правда (2011-05-11).
  8. Бытовую технику будут менять на знания ежедневно. Комсомольская правда (2012-04-09).
  9. Едем, плаваем, летим. Радость моя.
  10. Алексей Куличков: Мечта сбылась, сейчас я в поиске интересной темы. Собеседник (2017-12-19).
  11. Программа «Первая передача» на НТВ начинает телевизионный сезон с новым ведущим. НТВ (2018-08-27).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]