Курессааре ҡәлғәһе
Курессааре ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сааремаа[d] |
Урын | Курессааре |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Сааремаа[d] |
Әҫәр заказсыһы | Эзель-Викское епископство[d] |
Мираҫ статусы | памятник архитектуры[d][1] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d] |
Курессааре ҡәлғәһе Викимилектә |
Курессаар ҡәлғәһе (эсте. Kuressaare piiskopilinnus, ул. Schloss Arensburg) Курессааре ҡалаһында, Сааре-Ляэн епископлығында элекке ағастан һалынған сауҙа порты урынында төҙөлә. Борондан уҡ бында сауҙа юлдары уҡмашып торған.
Бәләкәй генә ҡәлғәне XIII быуат аҙағында Юрьев төнө ихтилалынан һуң ҙурайтып төҙөгәндәр (ә был ихтилал 1345—1343 йылдар дауамында барған). Ҙур ҡәлғә эске ихаталы итеп конвент рәүешендә төҙөлгән Йыш ҡына ҡәлғәне епископтың резиденцияһы булараҡ ҡулланғандар. Яҡынса 1400 йылда ҡәлғә төҙөү тамамланған. Икенсе ҡат ҡәлғәнең төп урыны була, унда бер нисә ҡунаҡ бүлмәһе бар. Ҡәлғәнең бигерәк тә ҡыҙыҡлы урыны булып көньяҡ-көнбайыш ҡанаттары, директорий һәм бәләкәй сиркәү, шулай уҡ тәре йөрөтөү юлдары тора. Ҡәлғәнең беренсе ҡаты келәт булараҡ , ә өсөнсө ҡаты — оборона өсөн файҙаланыла.
Ихата тәре йөрөтөү юлдары менән уратып алынған, ҡәлғәнең бер мөйөшөндә ҡарауыл манараһы күтәртелгән, ә икенсеһендә — бейек һәм төҙ Оҙон Германн манараһы тора. Һуңғы манара ҡәлғәнең башҡа өлөштәренән тәрән шахта менән айыртылып ҡуйылған, элек бындағы шахта өҫтөндә күтәртмәле күпер торған. Ҡәлғәнең тешле стеналары ситендә асыҡ оборона юлдары бар
XV быуатта төп ҡәлғәне киң алдағы ҡәлғә менән нығытып, уратып ҡуйғандар. XVI—XVII быуаттарҙа дүрт мөйөшлө ер нығытмалы дүрт бастион төҙөп реконструкциялағандар. Үҙ сиратында ерҙән яһалған нығытмалар һыулы соҡорҙар менән уратып алынған.
Куресааре ҡәлғәһе — Эстонияның берҙән-бер тиерлек беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған ҡәлғәһе. Был барыһынан да яҡшы һаҡланған Иҫке Ливония ҡәлғәһе. Ливон һуғышында ҡитға өлөшөнә ҙур зыян килтерелә, ә Куресааре ҡәлғәһенә бер ниндәй зыян да теймәй, әммә ул Төньяҡ һуғыш ваҡытында өлөшләтә 1711 йылда емерелә. Зыян күреү тиҙ арала бөтөрөлә.
1904—1912 йылдарҙа ҡәлғәне реставрациялайҙар. Артабан ҡәлғә Сааремаа рыцарлығының резиденцияһы итеп яраҡлаштырыла. 1968—1985 йылдарҙа ҡәлғәлә масштаблы реставрация эштәре башҡарыла. Был эштәр ваҡытында башняның емерелгән өҫкө өлөштәрен тергеҙәләр, шулай уҡ ҡәлғәнең урта быуаттағы тышҡы һәм эске күренешен яңыртып төҙәтәләр. Ҡәлғәлә Саарема музейы рынлашҡан, ә ҡәлғәнең асыҡ һауалағы иркен территорияһында төрлө саралар үткәрелә. Ҡәлғә әйләнәһендәге соҡорҙар тирә-яғын матур паркҡа әйләндерәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аренсбургский замок // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ (unspecified title) — 1994.