Куртлак
Куртлак | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 150 км |
Бассейн | 2760 км² |
Һыу сығымы | 0,44 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Платонов (Клеть районы) |
· Бейеклеге | 160 м |
· Координаталар | 49°10′00″ с. ш. 43°13′20″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Чир |
· Урынлашыуы | Русская (Совет районы) |
· Координаталар | 48°58′26″ с. ш. 42°14′03″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Волгоград өлкәһе,Ростов өлкәһе |
РДҺР | 05010300812107000009795 |
Куртлак — Рәсәйҙең Волгоград (108 км) һәм Ростов (42 км) өлкәләрендәге йылға, Чир (Дон бассейны) йылғаһының һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо 150 км, бассейнының майҙаны 2760 км². Йылға убалы дала ерҙәре буйлап аға, уның үҙәне һай [1], ағымының үрге яғында ер палеоген ултырмаларынан-ҡом һәм эоцен ҡомташынан тора, Платонов утарынан түбән ҡом, аҡбур, опокалы тупраҡтан ғибәрәт. Йылға ер һуғарыу өсөн өсөн ҡулланыла.
Ағым
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға Дон теҙмәһе армытында, Клеть районының Платонов утарынан төньяҡ-көнсығышындараҡ, 160 м-ҙан ашыу бейеклектә башлана. Башта көнбайышҡа табан аға ла , көньяҡҡа табан борола. Йылға Иванушенский, Яланғас һәм Верхнереченский утарҙары янында Соломаковка йылғаһын уң ярында үҙ эсенә ала. Артабан уға һул яҡтан Осиновая (Оло Осиновка утарынан көньяҡҡа табан), уң яҡтан Новоцарицынский утарынан көньяҡта Батшабикә, һулдан Крепкая, уңдан, Липовский утарынан көньяҡ-көнбайыштараҡ, Ефремовская һәм һулдан, Ҡалас-Куртлак биҫтәһенән көнсығыштараҡ, Гусынка йылғалары ҡушыла. Ростов өлкәһенең Совет районындағы Русская ҡасабаһынан көнбайышта Чир йылғаһына ҡоя[2].
Куртлак йылғаһы Волгоград өлкәһенең Клеть районы һәм Ростов өлкәһенең Совет райондары территорияларында аға.
Һыу режимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Яҙғы ташҡындар март- май айҙары буйынса бара, йылға кимәле 2 метрға тиклем күтәрелә (һуңғы көслө ташҡын 2003 йылдың 4 апрелендәбула, барлыҡҡа килгән боҙ тығыны арҡаһында йылға ярҙарынан сыға). Йәй тотороҡло һайыға. Был осорҙа ныҡ һайыға һәм сөңгөлдәр һәм шаршылар яһай. Яҡынса декабрҙең беренсе яртыһында туңа, апрель башында боҙҙан әрселә.
Куртлак әҙ һыулы йылға, уртаса йыллыҡ аҡма күләме 0,014 м³/, сығымдары — 0,44 м³/сек. Йылға кимәлен тәьмин итер өсөн йылғала быуалар бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға Дон казактары ерҙәренең статистик тасуирламаларында 1822—32-се йылдарҙа телгә алына:
Чир йылғаһына ҡойоусы йылғалар: һул яҡтан: 12) Куртлак. Куртлак йылғаһының ҡушылдыҡтары : уң яҡтан: Соломаховка, Яланғас, Батшабикә һәм Донщинка; һул яҡтан: Уҫаҡлы һәм Ныҡлы[3].
Тораҡ пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Платонов утары
- Селиванов утары
- Захаров утары
- Евстратовский утары
- Иванушенский утары
- Верхнереченский утары
- Оло Осиновка утары
- Перелазовский утары
- Ефремов утары
- Липовский утары
- Ҡалас-Куртлак ҡасабаһы
- Петров ҡасабаһы
- Новорябухин утары
- Русская ҡасабаһы
Бассейны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куртлак
- Саломаковка — (уң, 14 км, Соломаковская)
- Яланғас — (уң, 21 км)
- Осиновая — (һул, 15 км)
- Батшабикә — (уң, 47 км)
- Ныҡлы — (һул, 16 км)
- Донщинка — (уң, 33 км)
- Гусынка — (һул, 18 км).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ростов өлкәһе йылғалары
- Волгоград өлкәһе йылғалары
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Природа Ростовской области» — К.
- ↑ Карта Волгоградской области, ФГУП «Омская картографическая фабрика», Омск, 2005 год
- ↑ Статистическое описание земли Донских Казаков — составлено в 1822-32 годах, Материалы ГУ ГАВО предоставлены филиалом МУК ВИКМ Музеем истории Российского казачества города Волжского, Глава третья «Воды»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Родники и реки Волгоградской области». В. А. Брылев, Н. А. Самусь, Е. Н. Славгородская. — Изд-во: ВОКМ, Волгоград, 2007 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куртлак // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.