Эстәлеккә күсергә

Курчалой Ислам институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Курчалой Ислам институты
Нигеҙләү датаһы 1988
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Чечен Республикаһы
Урын Курчалой[d]
Уҡыусылар һаны 300
Рәсми сайт kurchaloy-islam-inst.ru
Карта
 Курчалой Ислам институты Викимилектә

Әхмәт хажи Ҡадыров исемендәге Курчалой Ислам институты (рус. Курчалоевский исламский институт) — Чечня Республикаһының юғары дини уҡыу йорто. Төньяҡ Кавказдағы тәүге Ислам институты. Курчалой ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

1988 йылда дини эшмәкәр, эшҡыуар, меценат Насуха хажи Әхмәтов Төньяҡ Кавказда «Төньяҡ Кавказ мәҙрәсә»һе ойоштора, унда теләүселәр ислам дине ҡанундарын өйрәнеү мөмкинлеге ала, шул уҡ ваҡытта ул Әхмәт хажи Ҡадировҡа үҙенең пландарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул ваҡытта Әхмәт хажи Ҡадиров дин тәғлимәте буйынса ғалим була. Ул Бохарала «Мир-Ғәрәп» мәҙрәсәһен һәм Ташкент Ислам институтын тамамлай. Башта институт уға нигеҙ һалыусы Насуха хажи Әхмәтов хөрмәтенә атала.

1991 йылдың 29 апрелендә мәҙрәсә юғары дини уҡыу йорто — Курчалой Ислам институты тип үҙгәртелә. 2004 йылда Чечня Республикаһы президенты Әхмәт хажи Ҡадиров һәләк булғандан һуң, институттың исеме Әхмәт хажи Ҡадиров исемендәге Курчалой Ислам институты тип үҙгәртелә.

2007 йылда Чечня Республикаһы президенты Рамзан Ҡадировтың инициативаһы буйынса, Ислам юғары уҡыу йортона реконструкция үткәрелә. Яңы корпустар: административ һәм уҡыу корпустары, 220 урынлыҡ ятаҡ, ашханаһы һәм спорт залы төҙөлә[1].

Институт эшләй башлағандан алып уны имам-дин белгесе, ғәрәп телеуҡытыусыһы һөнәре буйынса 627 студент тамамлай. 2018 йылда институтта 332 студент уҡый[2]. Вуздың республика буйынса 13 филиалы бар.

Билдәле тамамлаусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Чечня Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, ЧР финанс министры Солтан Тагаев[3].