Куршумли хан
| Иҫтәлекле урын | |
Куршумли хан | |
Куршумли-хан (төр. Kurşunlu han) — Скопьеның (Македония Республикаһы) Боронғо ҡалаһында урынлашҡан Ғосман империяһының каруанһарайы. XVI быуатта төҙөлә[1]. Вардар йылғаһының һул яғында, Македония музейы ихатаһында урынлашҡан. Ҡоролма ҡунаҡхана һәм төрмә булып хеҙмәт итә[2]. Куршумли хан — Скопьела һаҡланып ҡалған урта быуат ҡоролмаларының береһе[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Куршумли хан XVI быуатта төҙөлә, аныҡ ваҡыты билдәле түгел. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бинаны 1556 йылдар тирәһендә Ходзал мәҙинә мәзине булараҡ билдәле Мөслихитдин Абдул Ғәни төҙөй[4]. Күҙаллауҙар буйынса, ул тағы ла боронғораҡ бина нигеҙе өҫтөнә ултыртыла. Куршумли хан ҡунаҡхана булып хеҙмәт итә, 100 ат ҡуйырлыҡ ат һарайы була[5]. 1787 йылда бина төрмә итеп үҙгәртелә. Унда бик күп македон һәм болгар революционерҙары тотола. 1904 — 1914 йылдарҙа бина тағы ла ҡунаҡханаға әйләндерелә[4]. Куршумли хан 1963 йылдағы ер тетрәүе ваҡытында етди зыян күрә, һуңынан тергеҙелә. Әлеге ваҡытта музейҙың бер өлөшө һәм лапидарий итеп файҙаланыла[4].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектураһы буйынса Куршумли ошо осорҙағы башҡа ҡаруанһарайҙарға оҡшаш. Стеналары квадрат, ә ҡыйығы пирамидаль көмбәҙҙәрҙән ғибәрәт. «Куршумли» аҡ ҡурғаш тигәнде аңлата, был металл тәүҙә ҡыйыҡ япыу өсөн ҡулланылған[1] (по другой версии крыша была покрыта свинцом[2]). Куршумли хандың үҙәк өлөшөндә фонтанлы эске ихата бар. Ул ике ҡатлы ябыҡ галерея менән уратып алынған. Галереяға һәр береһе камин менән йыһазландырылған бүлмәләрҙең ишеге инә[1]. Помещения на первом этаже здания использовались в качестве склада, верхний этаж — для спальных помещений[2]. Төп ихата икенсе ихата менән арка аша тоташа[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Известия Всесоюзного географического общества, том 90. 1958
- 1 2 3 Kursumli An. Archnet (2015). Дата обращения: 1 июль 2016.
- ↑ Кънчов, Васил. Град Скопие. Бележки за неговото настояще и минало, в: Избрани произведения, т. II, Издателство Наука и изкуство, София, 1970, стр. 12. 2011 йыл 20 июль архивланған.
- 1 2 3 Macedonian Cultural Heritage, Ottoman Monuments, Unesco Office Venice
- ↑ Kursumli-An. The place where I live - we investigate its past. Дата обращения: 1 июль 2016.