Эстәлеккә күсергә

Кухарчук Валерий Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кухарчук Валерий Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Свияжск[d], Верхнеуслонский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Кухарчук Валерий Владимирович (тыуған 30 октябрь 1941 йыл, СССР, Татар АССР-ы, Зеленодольск районы Свияжск ауылы) — СССР һәм Рәсәй кардиологы, РАМНА ағза-корреспонденты (2002),РФА ағза-корреспонденты (2014).

1941 йылдың 30 октябрендә Татарстандың Зеленодольский районы Свияжск ауылында хәрби ғаиләһендә тыуған.

1960—1963 йылдар — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1970 йылда 2-се Мәскәү медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай.

1975 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Состояние коронарного русла, гемодинамики и сократимости миокарда при мерцательной аритмии».

1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Чрескожная транслюминальная ангиопластика в кардиологии — новый метод лечения больных реноваскулярной гипертонией и ишемической болезнью сердца».

1990 йылдан — профессор дәрәжәһе бирелә.

1983—2006 йылдарҙа — А. Л. Мясников исемендәге клиник кардиология инстиутының гемодиализ һәм плазмаферез лабораторияһы етәксеһе, генераль директорҙың фән буйынса урынбаҫары (1989 буйынса 2006 йылдан алып), әлеге ваҡытта — атеросклероз проблемалары институты бүлеге етәксеһе.

2002 йылда — РАМНА-ның ағза-корреспонденты .

2014 йылда — РФА ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кардиология өлкәһе белгесе.

1970 йылда клиник практикаға селектив коронар ангиографияһы ысулдарын индереү буйынса тәүге эштәрҙе башлаусыларҙың береһе. Илдә беренсе булып реноваскуляр гипертония ауырыуында бөйөр артерияһына тире аша баллонлы ангиопластиканы башҡара.

1970 йылда коронар ангиография селектив ысулдарын клиник практикаға индереү буйынса тәүге эштәрҙе башлаусыларҙың береһе. Реноваскулярлы бөйөр артерияһы гипертонияһын тире аша баллонлы ангиопластиканы илдә беренсе булып башҡара.

Ватанда һәм сит илдәрҙә 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә һәм медицина монографиялары авторы һәм авторҙашы.

Уның етәкселегендә 23 кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертациялары яҡланған.

2008 йылда Милли атеросклероз (НОА) йәмғиәтен нигеҙләй, «Атеросклероз һәм дислипидемия» журналын булдыра һәм әлеге көнгә тиклем уның баш мөхәррире, элек Мәскәү ҡала кардиологтары ғилми йәмғиәтен етәкләй.

Уның етәкселеге аҫтында ғаилә гиперхолестеринемия ауырыуы менән сирләүселәрҙең Рәсәй регистры (РоСГХС) төҙөлә.

«Атеросклероз», «Атеротромбоз», «Кардиоваскуляр терапия һәм уны профилактикалау», «Кардиологияла рациональ фармакотерапия» журналдарының редколлегиялары составына инә .

  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (төркөм составында, 2000 йыл өсөн) — клиник медицинала гемаферез заманса технологияһын профилактикалауҙа һәм патологик хәлдәрҙе дауалағанда ҡулланыу ысулын эшләгәне өсөн.
  • «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2015)
  • Рәсәй кардиология йәмғиәте тарафынан булдырылған А. Н. Климов исемендәге премия лауреаты (2012, 2016 йылдарҙа) — атеросклерозды профилактикалау һәм дауалауҙағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн