Күкбаш турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күкбаш турғай
Күкбаш турғай
Күкбаш турғай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cyanistes caeruleus

Синонимдар
  • Parus caeruleus
Ареал
изображение

     caeruleus төркөмө

      teneriffae төркөмө
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 147892
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  559612
NCBI  156563
EOL  4404719
Cyanistes caeruleus

Күкбаш турғай, күкәнәш, ҡарабаш турғай, майгис, майсыл (рус. Лазоревка(лат. Cyanistes caeruleus— турғайҙар отрядендәге ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе ҡошсоҡ. Түбәһе сағыу күк, аҫтынан аҡ һыҙыҡтар үтә. Аҡ сикәләре ҡара һыҙыҡ менән уратылған. Ҡанаттары һәм ҡойроғо күк, арҡаһы йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һары, уртаһынан өҙөк-өҙөк ҡара һыҙыҡ үтә. Ҡарабаш турғайҙан бәләкәйлеге һәм күк башы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы: «тин-тин-тиррзз».

һайрауы

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

{{|de}} {{|sv}}