Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күкбаш турғай, күкәнәш, ҡарабаш турғай, майгис, майсыл (рус. Лазоревка(лат. Cyanistes caeruleus— турғайҙар отрядендәге ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе ҡошсоҡ. Түбәһе сағыу күк, аҫтынан аҡ һыҙыҡтар үтә. Аҡ сикәләре ҡара һыҙыҡ менән уратылған. Ҡанаттары һәм ҡойроғо күк, арҡаһы йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һары, уртаһынан өҙөк-өҙөк ҡара һыҙыҡ үтә. Ҡарабаш турғайҙан бәләкәйлеге һәм күк башы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «тин-тин-тиррзз».
Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
{{|de}}
{{|sv}}