Күк маршрут (Венгрия)
«Күк маршрут» (мадьярса Országos Kéktúra, ҡыҫҡартып алғанда OKT) — Милли венгр йәйәүле маршруты. Европалағы йәйәүле маршруттар селтәре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маршрут 1952 йылда асылған. Уның оҙонлоғо 1128 саҡрымдан артыҡ, ул Австрия сигендәге Гешрибенштайн тауынан Будапешт аша Словакия сигендәге Холлохаза тораҡ пунктына саҡлы һуҙылған. 1983 йылда маршруттың көнсығыш өлөшө халыҡ-ара Айзенах — Будапешт (ЕВ) йәйәү йөрөү маршруты составына ингән; был Көнсығыш Европа социалистик илдәренең (ул ГДР, Польша, Чехословакия һәм Венгрия аша үткән) берҙән-бер халыҡ-ара маршруты булған. Бөгөн "Күк маршрут"тың күпселек өлөшө Е4 (Гибралтар — Пиреней — Боден күле — Балатон — Рила — Крит) Е4 европа халыҡ-ара йәйәүле маршрутҡа индерелгән (интегрирован). «Күк маршрут»ҡа, уның өлөшө итеп һаналған тағы ике венгр маршруты «Rockenbauer Pál Dél-dunántúli Kéktúra» һәм «Alföldi Kéktúra» ҡушылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Az Országos Kéktúra. Írott-kőtől Budapest-Hűvösvölgyig; Ifjúsági és Sportminisztérium, Cartographia Kft. Budapest 2001, 160 S.; ISBN 963-352-535-7
- Az Országos Kéktúra. Budapest-Hűvösvölgytöl Hollóházáig; Ifjúsági és Sportminisztérium, Cartographia Kft. Budapest 2001, 160 S.; ISBN 963-352-536-5
- Országos Kéktúra. Útvonalvázlat és Igazoló Füzet; Magyar Természetbarát Szövetség, Budapest 2007, 80 S.