Эстәлеккә күсергә

Күлтабан (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Күлтабан
Морфометрия
Абсолют бейеклеге371[1] м
Үлсәме3,5 × 2,2 км
Майҙаны7[2] км²
Күләме30,2 км³
Иң тәрән урыны5,5[3] м
Уртаса тәрәнләк4,1[3] м
Бассейн
Площадь бассейна60,6[3] км²
Урынлашыуы
52°37′59″ с. ш. 58°40′25″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000612
Рәсәй
Точка
Күлтабан

Күлтабан[1][2] (Яугүл[3]) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы күл.

Урал йылғаһы бассейнына ҡарай. Сибай ҡалаһынан 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Күл өҫтө майҙаны — 7,2 м.кв, оҙонлоғо — 3,5 км, уртаса киңлеге — 2,2 км, уртаса тәрәнлеге — 4 м, сөмгөл урында — 5,1 м. Тектоник күл, олотау свитаһы тоҡомдарында (андезибазальттар һәм уларҙың туфтары, туфлы ҡомташтар) барлыҡҡа килгән.

Күлдең төбө яҫы һәм тигеҙ, соҡоро түңәрәк. Һыуы шишмәләр, яуым-төшөм менән тулылана. Күлдең төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ өлөшө һаҙланған.

Һыуы гидрокарбонат—натрийлы.

Күл тирәһендәге ландшафт ҡайын, һирәк ҡарағай урманынан тора.

Был күлдә алабуға, сабаҡ, суртан һ. б. балыҡтар үрсей.

Был күлдең халыҡта төрлө атамалары бар — Күлтабан (аяҡ табанына оҡшауына бәйле), Ҡылтабан («Ете ҡыҙ» легендаһына бәйле) һәм Яугүл («Сыңрау торна» легендаһына бәйле).

«Сыңрау торна» легендаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Урал арты башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған. Иленә килгән яуҙарҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған. Батырҙың ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә.

Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була, шәп ҡурайсы булып та даны тарала. Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә.

Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашҡас, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһында түңәрәккә баҫып уйнайҙар. Урталарындағы яңғыҙ торна моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡанат ҡағып түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңлап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, ҡабатлай-ҡабатлай, тиҙ генә күк толпарын менә, уктай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торна сыңрауын уйнап та ебәрә. Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-саға ла ҡалмай. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт: «Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән ата-олатайҙар», — ти.

Батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда күргән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Атаһы улына ҡоралдарын тапшыра. Һәм ғәскәр тупларға ҡуша була. Тирә-яҡҡа оран һалып, йәш батыр ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән.

Ысынлап та, күп тә үтмәй илде яу баҫа. Батыр егет уҡсылары менән дошмандарҙы аяуһыҙ ҡырған. Яуҙы баҫтырғас, бер нисә көн буйы байрам булған. Егетте ил батыры итеп данлағандар. Шунан бирле сыңрау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында һуғыш булған күл Яугүл тип атала.

  1. 1,0 1,1 Лист карты N-40-130 Зилаир. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  2. 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Култубан.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Култубан (Яугуль). reki-ozera.ru. Дата обращения: 2016-4-9.